Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Баҡалы ҡыҙының Сибайҙы үҙ иткәне

Фауна Гайнуллина

Баҡалы ҡыҙының Сибайҙы үҙ иткәне
16.04.2021 10:39:17 // МАХСУС БИТТӘР

Баҡалы ҡыҙының Сибайҙы үҙ иткәне
Фәүнә Ғәйнуллина – Баҡалы районының Яңы Ҡатай ауылы ҡыҙы. Бына инде 20 йылдан ашыу Сибай ҡалаһында йәшәй. Үҙенә бөтөнләй ят төбәкте үҙ итеп, уны яратып “беҙҙең Сибайыбыҙ” тип кенә йөрөтә ул хәҙер. Шулай булмайса, тап уның тәҡдиме менән ғаиләһе ошо ҡаланы үҙ иткән.

Фәүнә Мәснәүи ҡыҙының донъяға килгән Яңы Ҡатай ауылы Татарстан менән сиктәш. Өфөгә барыу өсөн 300 саҡрым араны үтергә тура килһә, күрше өлкәгә ни бары 30 километр. Кирәмәт һәм Ҡуян тип аталған тауҙар итәгендә урынлашҡан ауыл уртаһынан ғына Маты йылғаһы аға. Ауылды икегә бүлеп аҡҡан йылғаның бер яғында – башҡорттар, ә икенсе ярында типтәрҙәр йәшәй. Үҙҙәрен борондан башҡорттар тип иҫәпләгән халыҡтың һөйләшендә күпселек осраҡта ҙ, ҫ өндәре урынына с әйтелә, әммә уларҙың тарихи тамырҙары башҡорт шәжәрәләренә барып тоташа.

– Мәктәптә татар телендә белем алдыҡ, сөнки уҡыу әсбаптары менән һәр саҡ Татарстан Республикаһы тәьмин итте. Әммә бала саҡтан беҙ үҙебеҙҙе башҡорттар тип белеп үҫтек, атай-әсәйҙәребеҙ ҙә шулай тәрбиәләне. Яҙылмаған ҡанун буйынса, башҡорттар Маты йылғаһы буйында үҙҙәренең ата-бабалары ултырған яҡта йорттар һалды, шунда күсеп ултырҙы. Ауылда бер ваҡытта ла милли мәсьәлә буйынса ыҙғыш йә иһә ниндәйҙер проблема тыуғанын хәтерләмәйем. Әле лә шулайҙыр тигән уйҙамын, ауылдаштарым һәр саҡ үҙ-ара аралашып, бик матур, татыу йәшәй, – ти әңгәмәсем.

Уларҙың ғаиләһендә өс ҡыҙ һәм өс ул үҫә. Әле лә төп йортта 88 йәшлек әсәйҙәре Фәүҡәнә Мирғәлим ҡыҙы иҫән-һау йәшәй, уны ағаһы һәм еңгәһе ҡарай. “Иң мөһиме – оло йорттоң биҙәге, балаларының оло терәге, барыһын бергә йыйып, уларҙы һөйөп, кәңәштәрен биреп ултырған кешебеҙ бар”, – тип һөйөнә Фәүнә ханым да.

Ауылдағы мәктәпте тамамлағас, Октябрьский ҡалаһының сауҙа училищеһында ике йыл ашнаҡсы-кулинар һөнәрен үҙләштерә. Ҡулына диплом алған йәш белгесте Өфө ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Өфө нефть эшкәртеү заводының ашханаһында эшләргә насип була уға. “Эшселәр ул ваҡытта төшкө ашҡа, барыһы ла тигәндәй, ашханаға килә торғайны. Мин һәр саҡ йоҡа һәм нәҙек итеп кенә туҡмас киҫәм”. “Был туҡмасты кемегеҙ шул тиклем нәҙек ҡырҡа?! Шул ҡыҙҙы килен итеп алам”, тип шаяртыусылар ҙа бар ине”, – тип хәтирәләре менән уртаҡлашты әңгәмәсем.

Күңел һалып башҡарған эшенә бер ваҡытта ла хыянат итмәҫ кеүек тойолһа ла, Фәүнә Ғәйнуллинаға бар тормошон үҙгәртергә ни бары бер осрашыу етә. Бер туған һылыуы Флүрәнең тыуған көнөндә Ғафури районының Үзбәк ауылынан дуҫ егеттәр килә. Өсөһө лә Өфө ҡалаһында белем алып йөрөй, һәр береһе төрлө уҡыу йорто студенттары була. Тап шул осрашыуҙа Фәүнә Мәснәүи ҡыҙы үҙенең ғүмерлек мөхәббәтен осрата ла инде. Гармун тартып, моңло йырҙар башҡарған Юнир Ғәйнуллинға тәү күргәндә үк ғашиҡ була.

Егеттең дә үҙенә ҡарата битараф булмағанлығын тоя, шуға күрә уның артабан осрашырға саҡырыуын ихлас ҡабул итә. Йәштәр араһында мөхәббәт осҡоно ҡабына, артабан улар өйләнешә. Был ваҡытта Башҡортостандың буласаҡ атҡаҙанған артисы Юнир Ғәйнуллин Өфө дәүләт сәнғәт институтының икенсе курсында ғына уҡып йөрөй. Йәш ғаиләнең тормоштарын йәмләп ҡыҙҙары Лилиә донъяға килә. Әйткәндәй, Флүрә туғаны ла Юнирҙең дуҫы Айҙар менән ғаилә ҡора, әле улар айырылмаҫ дуҫтар, ышаныслы бажалар.

Юнир Ғәйнуллиндар уҡыған группа махсус рәүештә Салауат дәүләт драма театры өсөн әҙерләнә, шуға күрә улар, уҡыуҙы бөткәс, Салауат ҡалаһына эшкә барырға тейеш була. “Салауат Ғафуриға яҡын, Юнир аҙна һайын ауылына ҡайтыр, Баҡалыға йыш йөрөп булмаҫ” тигән уй йәшен тиҙлегендә Фәүнә Мәснәүи ҡыҙының мейеһен әйләнеп сыға. Йырағыраҡ булһа ла туғандары Сибай ҡалаһында йәшәй, ҡала хаҡында бик матур фекерҙә булғас, тыуған ауылыбыҙға икебеҙ өсөн дә алыҫ, әйҙә шунда барайыҡ, тип ирен Сибай театрына барырға күндерә. 1992 йылда Юнир Ғәйнуллин театрға эшкә килә. Ул урынлашып, фатир мәсьәләләрен хәл иткәс, ҡыҙы менән ҡатынын да алып килә.

– Театрҙың ул ваҡыттағы директоры Дамир Ғәлимов беҙҙе шул тиклем йылы ҡаршы алды, икегеҙ ҙә бергә эшләгеҙ, тип миңә костюмдар цехы мөдире вазифаһын йөкмәтеп ҡуйҙы. Тәү ҡарашҡа ят күренгән эшкә саҡ өйрәндем, баштараҡ костюмдарҙың исем­дәрен иҫемдә ҡалдыра алмай аҙапландым, беҙҙең яҡта ишетелмәгән селтәр, ҡашмау, хәситә кеүек ҡатын-ҡыҙҙарҙың биҙәнеү әйберҙәрен тәүге тапҡыр күреп, уларҙы ятлап, саҡ өйрәндем, – тип йылмая әңгәмәсем. – Әле эшем шул тиклем оҡшай, хәҙер ниндәй спектакль өсөн ниндәй реквизит, кейем кәрәк – төндә уятып һораһалар ҙа беләм.

Сибай ҡалаһын да, тамашасыларын да үҙ итә Ғәйнуллиндар. Тыуған яҡтарына ла саң ҡундырмай барып торалар. 1997 йылда Сибайҙа улдары Ғәзинур донъяға килә, әле ул – студент. Әйткәндәй, ҡыҙҙары Лилиә Баҡалы районы башҡортона кейәүгә сыҡҡан, әле Өфөлә йәшәйҙәр, баһадирҙай ул үҫтерәләр.

Юнир Ғәйнуллинды тамашасылар һоҡланғыс әртис тип кенә түгел, ә гармунда өҙҙөрөп уйнаған моңло йырсы, бынамын тигән оҫта бейеүсе булараҡ та яҡшы белә. Ул шулай уҡ “Йөрәк һүҙе”ндә ҡатнашып, йәнә тамашасыларын хайран ҡалдырҙы.

Баҡалы районында тыуып үҫкән Фәүнә Ғәйнуллина ҡасандыр Сибай ҡалаһын һай­лауына үкенмәй, киреһенсә, шатлана ғына.
– Ошонда иң күңелле йылдарыбыҙ үтте, балалар үҫте, хәҙер тормошомдо Сибай театрынан башҡа күҙ алдына ла килтерә алмайым. Яратып һайлаған һөнәремә хыянат итмәнем, әле лә ғаиләмде, туғандарымды һәм дуҫтарымды тәмле бәлештәр, йоҡа итеп ҡырҡылған туҡмастар менән һыйлайым, – ти ул.

Сибай ҡалаһы.
Автор: К. ИШБУЛДИНА

Поделиться: