[:ru]Сегодня коллектив нашего театра посетил музей Тагира Таиповича Кусимова!
Герой Советского Союза, офицер легендарной 112-й Башкирской кавалерийской дивизии, Т. Т. Кусимов — человек, чья жизнь и подвиги вдохновляют нас до сих пор. Именно поэтому мы готовимся к премьере спектакля «Крылатый генерал», посвящённого его судьбе!
Музей расположен в деревне Кусимово Абзелиловского района Республики Башкортостан. Экскурсию для нас провела сотрудник музея Гузель Исканьярова, рассказавшая массу интересных фактов о жизни и подвигах генерала. Также эту экскурсию дополнил своим рассказом ветеран музея Исмагил Булатович Билалов, этим добавив глубины нашему пониманию личности Тагира Таиповича.
Экспозиция музея включает личные вещи, оружие, награды и уникальные фотографии Тагира Кусимова. Особое внимание привлекает диорама форсирования Днепра башкирскими кавалеристами, созданная художником Ринатом Атауллиным. Она позволяет буквально погрузиться в атмосферу тех героических событий!
Мы благодарны музею за тёплый приём и ценную информацию, которая поможет нам глубже передать дух эпохи в нашем новом спектакле.

[:ba]Бөгөн беҙҙең театр коллективы Таһир Таип улы Күсимов музейында булды!
Советтар Союзы геройы, легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы офицеры Т.Т. Күсимов — тормошо һәм батырлыҡтары беҙҙе һаман да рухландыра торған кеше. Шуға күрә беҙ уның яҙмышына арналған «Ҡанатлы генерал» спектакленең премьераһына әҙерләнәбеҙ!
Музей Башҡортостан Республикаһының Әбйәлил районы Күсем ауылында урынлашҡан. Экскурсияны музей хеҙмәткәре Гүзәл Искәнйәрова үткәрҙе, ул генералдың тормошо һәм батырлыҡтары тураһында бик күп ҡыҙыҡлы факттар һөйләне. Шулай уҡ был экскурсияны музей ветераны Исмәғил Булат улы Билалов үҙенең иҫтәлектәре менән тулыландырҙы, шуның менән Таһир Таип улының шәхесен аңлауыбыҙға тәрәнлек өҫтәне.
Музей экспозицияһына Таһир Күсимовтың шәхси әйберҙәре, ҡоралдары, наградалары һәм уникаль фотолары инә. Рәссам Ринат Атауллин эшләгән башҡорт кавалеристарының Днепрҙы аша сығыу диорамаһы айырыуса иғтибарҙы йәлеп итә. Ул шул героик ваҡиғалар атмосфераһына нығыраҡ төшөнөү мөмкинлеген бирә!
Музейға йылы ҡабул итеүебеҙ һәм бик файҙалы мәғлүмәт өсөн рәхмәтлебеҙ, былар барыһы ла яңы спектаклебеҙҙә дәүер рухын тәрәнерәк еткерергә ярҙам итәсәк.

[:]