Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“Әүлиә ҡайтты халҡына”

p-NcxuWOgwQ

“Тамаша” журналынан мәҡәлә
Әллә күпме театрҙар булһа ла, йылына әллә күпме спектаклдәр ҡуйылып торһа ла, төп ролгә артистың уңышлы һайланыу осрағы һирәк була. Шундай һирәк осраҡтың береһе – Сибай драма театрында ҡуйылған “Әүлиә” спектаклендә Мөжәүир хәҙрәт ролен башҡарған Урал Зәйнуллин менән булғандыр, моғайын. “Әүлиә”не тәүге тапҡыр Асҡар сәхнәһендә ҡарағандан һуң ошо хаҡта яҙырға теләк тыуғайны, ләкин, ҡыҙыуында һуҡмағас, килеп сыҡманы.Шулай яҡшы ла булған: был спектаклде Өфөлә авторы Лира апай менән яңынан ҡарап, тәьҫораттарымды “ТАМАША” журналына яҙырға насип итте.

«…Шаршауҙан-шаршауға, күренештән-күренешкә гримерҙар Уралдың йөҙөнә яңы һырҙар өҫтәй тора, геройы олоғая, олпатлана, хәрәкәте һәлмәкләнә, йөҙө уйсанлана бара һәм уның һайын тылсымлыраҡ булып тойола. Һәм, әйтергә кәрәк, ул, йәш кеше, геройы «ҡартайған» һайын оҫтараҡ уйнай, олораҡ була барған һайын образына нығыраҡ тап килә кеүек. Бына бит ҡайҙа актер оҫталығы! Аңламаҫһың, тамашасы кемде нығыраҡ ярата һуң: талантлы артистымы, әллә Мөжәүир әүлиәнеме? Улар икеһе бер бөтөн кеүек…».

Мәҡәләне тулыһынса ошонда һәм журналдың декабрь һанында уҡығыҙ:

Әүлиә ҡайтты халҡына…

Ике йыл элек Сибай башҡорт драма театрында Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» повесы буйынса спектакль ҡуйырға йыйыныуҙары тураһында ишеткәс, премьераны түҙемһеҙлек менән көтә башланым. Был ниәттән нимә килеп сығыр икән тигән шик ҡатыш ҡыҙыҡһыныу уянды. Әҫәр менән яҡшы таныш инем. Әбйәлил үҙәк китапханаһында эшләгән сағымда китаптан алған тәьҫораттар эҙенән Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновтың хәтер кисәһен үткәргәйнем. Вафатына ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, Урал аръяғы халҡы уның тураһында күп яҡты иҫтәлектәр һаҡлай әле. Хатта бәләкәй саҡтарында ауырып, Мөжәүир хәҙрәттең тылсымы менән тере ҡалған кешеләр ҙә арабыҙҙа байтаҡ. Шундайҙар күп йыйылды был кисәгә. Дүрт сәғәт буйы барһа ла, бөтәһе лә һөйләп өлгөрә алманы. Шунда халыҡ минән китаптың авторы менән осрашыу ойоштороуҙы һораны. 2013 йылда Асҡар мәҙәниәт йортонда Лира Яҡшыбаеваның китап уҡыусылар менән осрашыуы үтте. Байым ауылынан режиссер Айгиз Ғабдуллин шунда Мөжәүир хәҙрәт хаҡында сериал төшөрөргә теләүен белдерҙе. Интернет аша кастинг иғлан итеп, ниндәйҙер эш башлап та ебәргәйне, тик аҡса мәсьәләһенә төртөлөп, ул әлегә туҡтап ҡалды.
Әлбиттә, әүлиәнең әҙәм ышанмаҫлыҡ кирәмәттәрен һүрәтләү өсөн кино жанры күпкә ҡулайыраҡ булыр ине. Ә бына Сибай режиссеры ул мөғжизәләрҙе театр сәхнәһендә нисек кәүҙәләндерергә уйлай? Был кино түгел дәһә, төрлө махсус эффекттар ҡулланыу мөмкинлеге сикле. Унан килеп, сәсмә әҫәрҙән сәхнә әҫәре килтереп сығарыуҙың ни тиклем мәшәҡәтле эш икәнен үҙ тәжрибәмдән беләм. Ҡыҫҡаһы, спектаклде үҙ күҙҙәрем менән күргәнсе, башымдан бына шундай төрлө-төрлө уйҙар үтте.
«Әүлиә»не ике тапҡыр ҡараным: тәүгеһен – 2017 йылда Асҡар мәҙәниәт йортонда, икенсеһен – быйыл ноябрь айында Милли йәштәр театры сәхнәһендә. Тәүгеһе күпкә нығыраҡ оҡшаны, әммә әлегә тәьҫораттарым сер булып ҡалһын. Тәүҙә мин ике йыл буйы республика сәхнәләрен шаулатҡан был спектаклдең барлыҡҡа килеү тарихын Лира Әхмәт ҡыҙының үҙенән һөйләткем килә.
– Миңә Мөжәүир хәҙрәттең үҙен күрергә насип булманы. Ғаиләм менән Баймаҡ яҡтарына 1968 йылда күсеп барҙыҡ, ә ул бер йыл алдан вафат булған ине. Ул ваҡытта ҡайҙа барһаң да, кем менән һөйләшһәң дә, кешеләрҙең һүҙ осо шул Мөжәүир хәҙрәткә бара ла төртөлә ине. Күршебеҙ Гөлъямал әбей ҙә Мөжәүир ағайым тип һөйләп тик ултыра. Был хәтирәләрҙән минең күңелемдә изге йәнле халыҡ дауалаусыһына ҡарата шундай тәрән хөрмәт тойғоһо тыуҙы. Бер ваҡыт уҡытыусылар уның тураһында яҙыуымды һораны. Мин Ленинградтан һуҡыр ҡыҙға күреү һәләтен ҡайтарыуы хаҡында хикәйә яҙып килтерҙем. Коллегаларыма оҡшаны. Ә инде ун ике әүлиә, шул иҫәптән Мөжәүир хәҙрәт, үҙҙәре хаҡында китап яҙыуҙы һорап төшөмә инеүе хаҡында күптәр китабымдан уҡып белә. Бына шулай халҡыбыҙҙың бөйөк әүлиәһе тураһында әҫәр яҙыу миңә насип булды. Был эшкә матди табыш алыу өсөн тотонманым, маҡсатым бары Мөжәүир олатай образы аша туған халҡымды тәрбиәләү булды.
Ә инде повестан пьеса яһау идеяһын миңә яҙыусы, журналист Фәрит Әхмәҙиев бирҙе. «Мөжәүир Сиражетдинов китап геройы ғына булып тороп ҡалмаясаҡ. Барыбер берәй ваҡыт кемдер был образды сәхнәгә сығарырға ҡыҙығасаҡ. Шулай булғас, уны һеҙгә, был йәһәттән күпме хеҙмәт атҡарған кешегә, башҡарыу яҡшыраҡ булмаҫмы?» – тине ул. Мин ҙур ихласлыҡ менән эшкә тотондом һәм, әҙер булғас, Сибай башҡорт драма театрының ҡуйыусы-режиссеры, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимовҡа күрһәттем. Ул үҙе лә, бала сағында Мөжәүир хәҙрәттең ҡөҙрәтле шифаһын кисергән кеше булараҡ, был теманы йөрәгенә яҡын ҡабул итте, дәртләнеп эшкә тотондо. «Әүлиә» тигән исем биреү ҙә уның идеяһы булды. Мин Дамир Мәжит улына ҙур рәхмәтлемен: ул материалға шундай һаҡсыл ғына ҡағылды, ниндәйҙер һүҙҙе үҙгәрткәндә лә, быны минең менән кәңәшләшмәйенсә эшләмәне. Шулай ҙа пьесамдың спектакль булып әүерелеүендә һәм уның популярлығы – етмеш процентҡа режиссерҙың һәм төп ролде башҡарыусы Урал Зәйнуллиндың ҡаҙанышы, тип һанайым.
Ҡуйыусы-режиссер спектаклдең жанрын «Мөжәүир хәҙрәткә мәҙхиә» тип билдәләй. Һәм, ысынлап та, әҫәр башынан аҙағынаса башҡорт халҡының арҙаҡлы ир-уҙаманына, илаһи ҡөҙрәткә эйә дауалаусының бөтә эштәренә, ҡылыҡтарына һәм донъяға ҡарашына дан йыры булып яңғырай. Яҡташтары хәтерендә Мөжәүир хәҙрәт үтә лә изге күңелле, аҡыллы кеше, рәсми медицинаның көсө етмәгән сирҙәрҙе лә дауалай алған һәм им-том, арбау, күрәҙәләү һәләтенә эйә әүлиә булып тороп ҡалған. Хәҙрәт тыуған еренең һәм халҡының патриоты булараҡ, тәбиғәтте һаҡларға һәм ҡурсаларға саҡырған. Йәшен дә, олоһон да уның эскерһеҙлеге һәм ярҙамсыллығы магнит кеүек үҙенә тартып торған. Дауа эҙләп уға алыҫ ерҙәрҙән дә килгәндәр, Манһыр ауылы эргәһенән аҡҡан Урғаҙа буйында ултыраҡтар ҡороп, икешәр-өсәр көн буйы сираттарын көткәндәр. Мөжәүир хәҙрәт кешеләрҙе ырыу-затына, милләтенә, диненә, биләгән вазифа-дәрәжәһенә ҡарамай, малға, аҡсаға ҡыҙыҡмай, бушлай дауалаған.
Әлбиттә, бындай образды тыуҙырыу өсөн уны һәр бер тамашасы яратыр, бар йөрәге менән ҡабул итер кимәлдә уйнай белгән артист та табырға кәрәк. Премьераны көткәндә, Мөжәүир хәҙрәт ролен кем башҡара алыр икән тигән уйҙар ҙа миңә тынғы бирмәне. Туғыҙ тиҫтәнән ашыу оҙон ғүмер кисергән кеше ролен бер генә артист уйнамаҫ, моғайын, тип фаразланым. Сибай театрының үҙем белгән бөтә артистарын күҙ алдына килтереп, фантазиямда ғына уларҙан әүлиәне «уйнатып» ҡараным. Ә бына Урал Зәйнуллинды белмәй инем әле.
Спектаклдең башында Урал Зәйнуллин башҡарыуында йәш әүлиә үтә ябай, ғәҙел, бер ҡатлы, шул уҡ ваҡытта шаян, йор һүҙле изге бер йән булып күҙ алдына баҫа. Шаршауҙан-шаршауға, күренештән-күренешкә гримерҙар Уралдың йөҙөнә яңы һырҙар өҫтәй тора, геройы олоғая, олпатлана, хәрәкәте һәлмәкләнә, йөҙө уйсанлана бара һәм уның һайын тылсымлыраҡ булып тойола. Һәм, әйтергә кәрәк, ул, йәш кеше, геройы «ҡартайған» һайын оҫтараҡ уйнай, олораҡ була барған һайын образына нығыраҡ тап килә кеүек. Бына бит ҡайҙа актер оҫталығы! Тәүге күренештәге һөйгән йәре Сөмбөләһен үлеп яратҡан егеттән алып үлем алдынан өсөнсө ҡатыны менән хушлашҡан аҡ кейемдәге аҡыллы сал ҡарт булғансы күп төрлө фәһемле лә, ғибрәтле лә ваҡиғаларға бай яҙмышлы геройы менән бергә артист та уның ғүмер юлын үтә: ошо дәүер эсендә ике ҡатынын ерләй, империалистик һуғыш юлын үтә, икенсе донъя һуғышы башланасағын алдан әйткән өсөн дүрт йыл төрмәлә ултыра, бер ниндәй тыйыуҙарға ҡарамай, ауырыу яҡташтарын дауалай, уларҙы тыуған ергә, тәбиғәткә, кешеләргә мәрхәмәтле булырға өндәй. Аңламаҫһың, тамашасы кемде нығыраҡ ярата һуң: талантлы артистымы, әллә Мөжәүир әүлиәнеме? Улар икеһе бер бөтөн кеүек. Халыҡ сәхнәлә ысын Мөжәүир үҙе йөрөгән кеүек ҡабул итә, уға ышана. Артист уйнамай, тамашасыға оҡшарға ынтылып яҡшатланмай, ул бары образ эсендә йәшәй. Тышҡы үҙгәреш менән бер рәттән эстән дә көсөргәнешле эш бара. Энергетика шундай көслө, һәм ул бөтә тамашаға, унда ҡатнашҡан һәм залдан күҙәткән кешеләргә лә күсә кеүек. Урал Зәйнуллин бер-ике сәғәткә барыһының да үҙ проблемаларын, көнкүреш көйһөҙлөктәрен оноттороп, Мөжәүир хәҙрәттең тормошо менән йәшәтеүгә өлгәшә алды. Ә Мөжәүирҙең бөтә уй-фекере, йәшәү рәүеше – Алла һүҙе, изгелек һәм матурлыҡ орлоҡтары, тормошҡа һөйөү тәрбиәләүсе вәғәздәр. Айырыуса уның үлем алдынан башҡорт халҡына, яҡташтарына тыуған тәбиғәтте һаҡлап ҡалырға саҡырған сәхнәһе оло тәрбиәүи көскә эйә һәм бөгөн, байлыҡ тип күҙҙәре томаланып, ер-тау аҡтарырға ҡәһәтләнгән әҙәмдәр күбәйә барған мәлдә, бигерәк тә көнүҙәк. Повесты пьесаға әйләндергәндә лә ошоно төп идея итеп һаҡлап ҡалдырырға теләгән Лира Яҡшыбаева ниәтенә ирешә алған. «Бигерәк тә һуңғы күренештә, әүлиә биш минут тирәһе тамашасы менән яңғыҙ ҡалғас, сәхнә менән тормош ҡушылған кеүек була. Артистың монологын халыҡ Мөжәүир хәҙрәттең йөрәк һүҙе итеп ҡабул итә. Бер кем дә уның әйткәндәренә битараф ҡала алмай, күҙҙәргә йәш төйөлә. Бәхете булды был образдың – Сибай театрында уны тулыһынса аса алған артист табылды! Шуға ныҡ ҡыуанам. Мөжәүир олатайҙы тереләй күргәндәре булған ололар уларҙың тышҡы ҡиәфәтендә, ҡылыҡтарында ла оҡшашлыҡтар булыуын әйтә. Ошо роль өсөн Урал Зәйнуллин лайыҡлы рәүештә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исемен алды», – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Лира Әхмәт ҡыҙы тамаша һуңынан. Ул шулай уҡ композитор Илшат Яхиндың спектаклде музыкаль яҡтан уңышлы биҙәүен, һәр яңғыраған көй урынлы һәм тетрәндергес булыуын билдәләне.
Спектаклдә төп герой образын байытҡан башҡа персонаждарҙы уйнаған артистарҙы ла телгә алып үтке килә. Электән Урал аръяғы тамашасыһы Сибай артистарын нәҡ халыҡсан, тормошсан, яһалмаһыҙ уйнағандары өсөн яратты һәм улар шул марканы быуындан-быуынға тоторға тырышыуҙары ҡыуандыра. Мөжәүирҙең ике еңгәһен уйнаған ике халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова һәм Нурзиә Әбдрәшитова, өсөнсө ҡатыны Гөлйемеш ролен башҡарған Айгөл Хәкимова, төрмә начальнигы булған Марс Итбаев, ауылдашы Оморҙаҡ ролен башҡарған Венер Сөнәғәтов, Мәскәү ҡунағы – Вадим Ғилманов, Шафиҡ ҡарт – Марсель Хоҙайғолов. КПСС райкомы секретары Нәфис Сәйетов әҫәрҙәге изгелек ерҙә мәңгелек темаһын асыуға булышлыҡ итһә, Мөжәүиргә ҡаршы эшләп, көлкө йә ҡыҙғаныс хәлгә ҡалған Ғәббәс (Салауат Вәлиев), НКВД тәфтишсеһе (Юнир Ғәйнуллин) тамашасы күңелендә нәфрәт тыуҙырыуға өлгәшә алды.
Утыҙ мең тираж менән нәшер ителгән «Мөжәүир хәҙрәт» китабын уҡымаған кеше бик һирәк. Шуға тамашасылар араһында әҫәрҙең шәп урындары сәхнәләштерелмәй ҡалыуына үкенес белдереүселәр ҙә күп. Шулай ҙа бит, әммә театрҙың үҙ ҡанундары. Нисек булһа ла, автор менән режиссерҙың, артистар труппаһының уртаҡ тел табып, килешеп эшләүе һөҙөмтәһе булып, «Әүлиә» спектакле республиканың театраль тормошонда оло бер ваҡиғаға әйләнде, тип һис икеләнмәй әйтергә мөмкин.
Рәхимә МУСИНА

Поделиться: