Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

«Мәңге арбар сихри көс…»

2009-Любовница-Яратыу гонаһмы(Т.Миннуллин)-В.Ғилманов,Ә.Ғәлләмова

“Башҡортостан гәзите”,  апрель, 2006 йыл.

«Мәңге арбар сихри көс…»

 

«Сәхнәлә һин һәр саҡ кешеләр, кешелек өсөн йәшәйһең ул. Сөнки күңелеңдән үҙ образың аша уларға нимәлер әйтеү теләге менән янаһың. Әгәр ҙә мин уйнаған геройҙарымдың тормошо аша йөҙ тамашасының берәүһе генә лә изгелеккә, яҡшылыҡҡа инанып, фәһем ала икән, ул сағында мин бәхетле, сикһеҙ бәхетле», – ти Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры артисткаһы Әлфирә Ғәлләмова.

Эйе, бәхетте һәр кем үҙенсә аңлай. Ә ысын ижад кешеһе өсөн, ысынлап та, бәхет – кешелекте юғарылыҡҡа, яҡтылыҡҡа әйҙәп, рух сығанағы булыуҙыр… Бындай оло бәхет хаҡында буласаҡ актриса берәй ҡасан да хыялландымы икән? Юҡтыр. Сөнки кескәй ҡыҙ бала саҡтан табип булам, ти. Атаһы Хәләф ағай ҙа яратҡан ҡыҙының йә табип, йә уҡытыусы булыуын теләй. Әммә урта мәктәпте тамамлағас, яҙмыш елдәре Әлфирә апайҙы Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә алып килә лә илаһи сәнғәт донъяһына ғашиҡ иттерә… Шулай итеп, үҫмер ҡыҙ Ер йөҙөндә сихри сәнғәт донъяһы – театр барлығын белә. Уның иҫ киткес татлы ла, ғазаплы ла арбағыс мөхит булыуына инана һәм артабан был мөхиттән башҡаса йәшәй алмағанлығын аңлай… Белем биргән уҡытыусылары ниндәй күренекле остаздар була бит! «Ғабдулла Ғиләжев беҙҙең өсөн икенсе атай ине. Шундай ярҙамсыл, изгелекле, игелекле… Ә Тамара Хоҙайбирҙина, Ирина Филлипова, Александр Дыба, Олег Ханов! Уларҙың һәр береһе минең күңелемдә ижадҡа ҡарата оло һөйөү тәрбиәләгән һоҡланғыс шәхестәр!»

…Әлфирә апай иҫ киткес хозур тәбиғәтле Бөрйән районында Хәләф Вәлит улы һәм Рәшиҙә Фахрас ҡыҙы Ғәлләмовтар ғаиләһендә баш бала булып донъяға килә. Атаһы Хәләф ағай малай көтә һәм Әлфир тип исем дә әҙерләп ҡуя. Ә ҡыҙ тыуғас, Әлфир Әлфирәгә әйләнә. Хәләф ағай менән Рәшиҙә апайҙың ғаиләһе ауылдың иң өлгөлө ғаиләләренең береһе һанала. Йорт хужаһы райкомда эшләй, ә Рәшиҙә Фахрас ҡыҙы ғүмерен балалар тәрбиәләүгә – уҡытыуға бағышлай. Иң яҡын кешеләре хаҡында артистка былай ти: «Эсәйемә һәйкәл ҡуйырлыҡ ул. Һәр саҡ фәһемле кәңәштәре, хәстәрлеге, изге күңеле менән һәр беребеҙгә оло терәк булды. Бер ҡасан да һуҡманы ла, ҡаҡманы ла. Атайым был донъянан иртә киткәс, ул өҫөбөҙгә лә юғары белем биреп, тормошта үҙ урындарыбыҙҙы табырға ярҙам итте. Әле лә ул беҙҙең һәр һөйөнөсөбөҙгә шатланып, көйөнөстәребеҙ өсөн борсолоп йәшәй. Ҡәҙерле кешем алдында мин бөгөн ысын күңелдән баш эйәм, рәхмәт әйтәм. Атайым да шундай кешелекле, кеселекле була торғайны, тик үкенескә ҡаршы, ғүмере генә иртә өҙөлдө…»

Уҡыуҙы тамамлағас, Әлфирә Хәләф ҡыҙы Сибай театрына эшкә килә. Уның тәүге роле талантлы режиссер Дамир Ғәлимов сәхнәләштереүендә Флорид Бүләковтың «Һөйәһеңме – һөймәйһеңме?» әҫәрендә йәш Фатима була. – Беренсе ролем минең иң яратҡан ролдәремдең береһе. Ул артабан ижад итер өсөн ҙур этәргес көс булды, ти артистка. Һуңынан инде ул Г. Эхмәтҡужинаның «Абыстай»ында Мария, Э.Яхинаның  «Ҡайырылмаһын ҡанаттар»ында – Нәзирә, Н. Асанбаевтың «Өҙөлгән өмөт»өндә – Рәүзәлә, Н. Гоголдең «Өйләнеү»ендә – Арина Пантелемоновна, А. Островскийҙың «Банкрот»ында – Аграфена Кондратьевна, Т. Ғарипованың «Тәңкәле ҡыҙ»ында – Зәмзәмиә, «Китмәгеҙ, торналар»ында – Бибизада ҡарсыҡ, Ф. Бүләковтың «Эх, буйҙаҡтар, буйҙаҡтар…» спектаклендә – Зөлфиә һ.б бик күп, береһенән – береһе сағыуыраҡ образдар ижад итә. Уларҙың һәр береһе артистканың күңел хазинаһы, татлы ижад емештәре. «Мин Сибай театрын, коллективымды бик яратам. Режиссерҙарымдан да уңдым. Уларҙың һәр ролде ышанып тапшырыуҙары ижадҡа дәрт өҫтәй, үҙ-үҙеңә ышанысты нығыта. Бер һүҙ менән әйткәндә, мин сәхнәлә бәхетлемен: бер көн һикһән йәшлек әбейҙе уйнаһам, икенсе көн – һөйөүҙән башы әйләнгән егерме йәшлек ҡыҙҙы, өсөнсөһөндә – бала бәғерле әсәне, дүртенсеһендә – ире өсөн йәнен фиҙа ҡылыр ҡатынды, һ.б. Ролдәремде оҙаҡ уйнамай торһам, һағына башлайым, хатта төшкә лә керә . Сәхнә ул минең өсөн – иманлы урын. Унда ялған, бысраҡлыҡ, алдыҡ юҡ. Сәхнәгә бөтә йәнеңде бирер кәрәк, шунһыҙ ижад итеүе мөмкин дә түгел».

Әлфирә апайҙың Азалиә исемле бик матур, аҡыллы ҡыҙы ла үҫеп килә. Ул бишенсе синыфта уҡый, музыка мәктәбендә шөғөлләнә. «Әлегә ҡыҙымдың күңелендә минең бала саҡ хыялым яна. Ул – табип булам, ти. Ниндәй генә һәнәр һайлаһа ла, бәхетле генә булһын», – ти, әсә кеше. Э кем белә, бәлки Азалиә лә әсәһе юлынан китер. Ана бит, Әлфирә апай үҙе лә ғүмерҙә хыялланмаған илаһи сәнғәт донъяһына килеп инә һәм сихри мөғжизә – сәхнәгә арбалып, ике тиҫтәгә яҡын йыл инде илһамланып ижад итә. Киләсәктә лә актрисаның ижад ҡомары һүнмәһен – һүрелмәһен, яңынан – яңы үрҙәр яуларға насип булһын! Үҙенең матур юбилейын билдәләгән көндәрҙә беҙ уға был теләктәрҙе ихлас күңелдән еткерәбеҙ.

…Эйе, сәхнәнең үҙенә генә хас әллә ниндәй сихри көсө бар шул. Ул көс, яҡты йондоҙ төҫлө, кешелекте ғүмер буйы үҙенә әйҙәп, саҡырып тора…

Айзилә Шәрәфетдинова.

Поделиться: