Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

76 йәшлек ханым яңынан ғашиҡ!

фото башкортостан газета

Ошо көндәрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында яңы премьера булды. Рәсәйҙең йәш драматургы һәм сценарисы Ярослава Пулиновичтың әҫәре буйынса “Һағыштарым тулы ғазаптарым…” спектакле – ағымдағы йылда “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡала театрҙары” проекты буйынса ҡуйылған икенсе әҫәр.

 

Ҡуйыусы-режиссеры – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары лауреаты Олег Ханов, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Шәйехзада Бабич исемендәге премия лауреаты Урал Иҙелбаев, ҡуйыусы-рәссам – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Р. Сафин һәм хореографы – З. Усманова. Төп ролдәрҙе Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин һәм Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопова башҡара. Спектаклгә ун артист йәлеп ителгән.

 

Әҫәрҙең төп героиняһы Эльза ролен Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопова ҙур оҫталыҡ менән башҡара. Ҡасандыр Германиянан Рәсәйгә һөрөлгән ғаиләнең тормошо еңелдән булмай: уның ата-әсәһе лә, үҙе лә төрлө михнәттәргә тарый, ауыр яҙмыш һынауы үтә. Ғүмер буйы яратмаған кеше менән йәшәү ҙә Эльза өсөн ҙур ғазапҡа әйләнә. Ире вафат булғас, 76 йәшлек ханым яңынан ғашиҡ була. Кемгә икәнлеге әлегә сер булып ҡалһын. Быларҙың барыһы ла спектаклде ҡарағас асылыр.

 

Халыҡсан Сибай театры тамашасылары тиҙҙән үҙҙәренең яратҡан артистары менән йәнә осрашып, улар ҡуйған спектаклдәрҙе сәхнәнән ҡарау бәхетенә өлгәшер. Әлеге премьера ябыҡ форматта, тамашасыларһыҙ ҡуйылды.

 

Фото: Сибай театры сайты.

Автор: Карима Усманова
Поделиться: