Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Шәйхисламов Арсен Фәйзулла улы

арсен шайхисламов (2)

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, ҡала сараларының  алыштырғыһыҙ алып барыусыһы

“ТАМАША” журналы, № 4 – 2013.

Арсендың таймаҫлыҡ тағаны

Үҫкәс кем булырын алдан бер кем дә күрәҙәлек итә алмай. Барса халыҡ ихлас көтөп ҡаршылаған данлыҡлы Сибай театрының күренекле артисы Арсен Шәйхисламов менән әңгәмәнән һуң шундай фекергә килдем.
Арсен Шәйхисламов 1976 йылда матур тәбиғәтле Баймаҡ районының Татлыбай ауылында Фәйзулла Ғөбәйҙулла улы һәм Миңлебикә Ғәли ҡыҙы Шәйхисламовтарҙың татыу ғаиләһендә икенсе бала булып донъяға килә. Атаһы – мәктәп директоры, әсәһе – башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо уҡ йылды атайын Баймаҡҡа, милицияға, политбүлек начальнигының урынбаҫары итеп эшкә күсерәләр. Беренсе класҡа Баймаҡ ҡалаһының 1-се мәктәбенә, абруй ҡаҙанған педагог Нина Михайловна Хотнянскаяға уҡырға бара. Ҡыҙыҡһыныусан, көслө ихтыярлы Арсен бигерәк тә математика фәнен ярата. 1986 йылда дүрт балалы ғаилә Аҡъярға күсә. Район эске эштәр бүлегендә эшләгән милиция майоры Фәйзулла Ғөбәйҙулла улы халыҡ театрында ла уйнай, матур йырлай, гармунда ла һыҙҙыра. Башҡорт ир-егеттәренә хас имәндәй ныҡ, сая ҡарашлы атайының сәхнәлә уйнауын күргән тиҫтерҙәре: “Һинең атайың бөркөт кеүек йөрөй!” – тигәстәре, ғаилә башлығының үрнәк булыуына бигерәк ғорурлана Арсен.
1990 йылдар. Илдә үҙгәрештәр бара. Бер яғынан бәкәлгә һуҡҡан инфляция, экономик тотороҡһоҙлоҡ, ә икенсе яҡтан… телен онотоп, маңҡортҡа әйләнеп барған халыҡ өсөн яңы һулыш асыла.
Ана бит, ил башлығы Ельцин да: “Үҙаллылылыҡ күпме кәрәк, шунса алығыҙ”, – ти. Халыҡтың үҙаңын уятыу, ата-бабаларыбыҙҙың изге мираҫына тоғролоҡ кеүек мөҡәддәс бурыстарыбыҙҙы кешеләр аңына еткереү, илем, телем тип янған зыялыларыбыҙ иңенә төшә. Уларҙың алғы рәтендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән Миңлебикә Ғәли ҡыҙы була. Онотолоп барған халыҡ байрамдары: Ҡарға бутҡаһы, Кәкүк сәйе, Сөмбәлә, Нардуған, балалар һабантуйы байрамдары үткәреүҙе уҡытыусылар бурыс итә. Тамашасылар өсөн ҡыҙыҡлы, йөкмәткеле сценарийҙар яҙып, әсәһе башҡортса алып бара, ә улы Арсен – урыҫ телендә. Атаһы ла район кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙың үҙәгендә ҡайнай. Ә Сибай театры артистарының гастролдәре миҙгеле бөтөнләй байрамға әйләнә. Артистар Шәйхисламовтар йортона төшә, мунса яғыла, мул табын әҙерләнә. Табын янында әҙәбиәт, сәнғәт, мәҙәниәт турайында һөйләшеүҙәр, улар уйнаған спектаклдәрҙе ҡарау, мөғжизәле лә, мауыҡтырғыс та сәхнә әһелдәре менән яҡындан аралашыу характеры формалашып килгән үҫмерҙең күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра. Шулай уяна сәм.
Сәнғәт, әҙәбиәт, мәҙәниәткә булған мөхәббәт – ныҡлы өс таған. Йәшлек дәрте урғылып торған дуҫ егеттәр эстрада төркөмө булдырыу хыялы менән яна, “Рух” төркөмө менән аралаша, гитара сиртеп, заман йырҙарын башҡара. Алгебра, физика кеүек теүәл фәндәргә маһир булған Арсен техник ВУЗ-дарҙы һайлар, тип өмөтләнә ата-әсә. Әмәлгә ҡалғандай, 11-се класты бөтөрөп килгән яҙҙы артистка Фәниә апай Сәйфуллина уларға фатирға төшә. Сибай театры өсөн махсус курс асыласағы, имтихан ҡабул итеү өсөн комиссия киләсәге тураһында һөйләй. Арсендың йөрәге ҡабынып, ҡанаттары үҫеп сыҡҡандай хис итә ул үҙен. “Хыял иткән – мораҙына еткән”, – ти халыҡ. Тәүҙә Сибайҙа, унан һуң Өфөлә имтихандарҙы уңышлы тапшырған улына Миңлебикә Ғәли ҡыҙы шылтырата: “Балам, мин бит авиация институтына райондан йүнәлтмә алдым, уҡытыусың Рәйсә Зыя ҡыҙы ла һиңә ҙур өмөттәр бағлай, имтихандарға бар инде”, – ти. Ә теге оста Арсендың шат тауышы яңғырай: “Әсәй! Мин сәнғәт институтының 1-се курс студенты инде, ҡотлағыҙ! Яратҡан уҡытыусыма ҡайнар сәләмемде еткерегеҙ! Рәхмәт уға!” Ә инде сәхнә түренән төшмәгән атаһы: “Йәне теләгән – йылан ите ашаған”, – ти.
Сәнғәт донъяһына аяҡ баҫҡан кеше ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеген ентекле төшөндөрә художество етәксеһе Ғабдулла Ғиләжев. Диплом эше итеп Островскийҙың “Төшөмлө урын”, Ҡадир Даяндың “Таңсулпан” пьесаһын ҡуялар. 1997 йылда ижадташ дуҫтары Фирүзә Париж, Миңзәлә һәм Айбулат Ҡотошовтар, Венер Сөнәғәтов менән Сибай театрында эш башлай. Степан Лобозеровтың “Сит кешеләр өсөн ғаилә портреты” әҫәрен (режиссеры Вәкил Йосопов) сәхнәгә сығарып тамашасы алдында йөҙөп йөрөп уйнай ғына башлаған егетте ноябрь айында Армия сафына алалар: Бер йылдан инде үҙһенеп өлгөргән Сибай театрын, ата-әсәйен һағынып ҡайтҡан йәш актер башкөллө яратҡан эшенә сума.
Актерҙың формалашыуында талантлы яҙылған, классик әҫәрҙәр мөһим роль уйнай. Был йәһәттән дә Арсендың бәхете бар. К. Тинчуриндың “Ҡазан һөлгөһө”ндә Сәлих, Р. Сафиндың “Тилекәй”ендә Апуш, Т.Ғәниеваның “Тамарис”ында Арыҫлан, Ғ.Шафиҡовтың “Мөхәббәттән ҡөҙрәтлерәк” әҫәрендә Хан роле өҫтөндә эшләү бигерәк мауыҡтырғыс, фәһемле, ҡыҙыҡлы булды, тип иҫләй актер.
Сәнғәт телендә “театр мәктәбе” тигән төшөнсә бар. Ябайлаштырып әйткәндә, тормош һабаҡтарын данлыҡлы Сибай театры сәхнәһендә алыуын, үҙ эшенең оҫталарына әйләнгән кумирҙары менән берлектә ижади биографияһына яҡты биттәр өҫтәүен ғорурланып һөйләй Арсен. Тамашасыға намыҫ күҙлегенән ҡараған милли кадрҙар эшләй был театрҙа, ти актер.
Артист персонажға йән өрөүсе, уны сәхнәлә балҡытыусы, геройының эске донъяһын аңлаусы. “Персонаждың төп характер һыҙаттарын тамашасыға күрһәтеү өсөн ниндәй мөмкинселектәрҙе файҙаланаһың?”- тигән һорауға ул: “Эҙләнеүҙәрһеҙ сәнғәт сәнғәт түгел, актер өҙлөкһөҙ уйнап торғанда ғына үҫә. Минең өсөн тышҡы оҡшашлыҡ ҡына түгел, ә һынландырған образдың күңел донъяһын биреү мөһимерәк. Үҙеңдең эске кисерештәреңә ҡолаҡ һалһаң, был персонажға хас хис-тойғолар һиндә лә бар икәненә төшөнәһең. Сөнки әҫәрҙең идеяһын үткәреүсе образ драматург тарафынан ентекле өйрәнелә, сәхнәгә ҡуйыусы режиссер ҙа һинең ижади мөмкинселектәреңә таяна. Мәҫәлән, Ғ.Ҡәйүмдең “Мираҫ” әҫәрен алайыҡ. Мин унда Валера ролен ижад иттем. Бик тә характерлы, тормошта йыш осраған типик образ. Әлбиттә, талантлы яҙылған әҫәрҙәр үҙҙәре үк, әҙерлек осоронда, ҡыҙыҡһыныу уята актерҙа. Йәки бына Т. Ғәниеваның “Тамарис”ын алайыҡ. Ундай шәхес, ысынлап та, тарихта булған, китапханаларҙа ултырып, энциклопедияларҙан мәғлүмәт эҙләүем ҡыҙыҡлы булды”, – ти актер.
Сибай театры сәхнәһендә 16 йыл эшләү дәүерендә Арсен Шәйхисламов 20-нән ашыу төрлө амплуалағы, йөкмәткеле, хәтерҙә ҡалырлыҡ образдар ижад итте. Актерҙың һәр роль өҫтөндә ентекле эшләүе, фәлсәфәүи фекерләүе, яңы алымдарға мөрәжәғәт итеүе уны башҡаларҙан айырып тора. Тәбиғи һәләт, һөнәри оҫталыҡҡа эйә Арсен Шәйхисламов сәхнәлә ниндәй генә ролде ижад итһә лә һәр образдың серен оҫта итеп аса белә, бигерәк тә уның юмор байлығына һоҡланаһың. Актерлыҡ эшенән тыш ҡала (район), регион кимәлендә үткәрелгән мәҙәни сараларҙың оҫта алып барыусыһы ла ул. Дөрөҫ ҡуйылған тауыш, сәхнәлә үҙен ир-егетгәрсә ҡыйыу тотошо өсөн публика уны бик ярата.
Үҙенең ижады менән тамашасыны һоҡландырған Арсен Шәйхисламов йәш артистарға үрнәк. “Тамашасы көлкөлө, сатирик образдар һынында күрергә өйрәнгән актер тормошта ниндәйерәк кеше?” – тип ҡыҙыҡһынам бала сағынан үҙе янында йөрөтөп, сәхнә берҙәренә башлап төшөндөргән Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы, бар ғүмерен балалар уҡытыуға бағышлаған әсәһе, хеҙмәт ветераны Миңлебикә Ғәли ҡыҙынан. Үҙенең холоҡ-фиғеле, кешеләр менән аралашыуҙа күркәм тәбиғәтле, һәр һүҙен йылмайып һөйләр, нәзәкәтле сибәр ханым: “Арсен улым изгелекле, төрлө ситуацияларҙа ла кеше булып ҡалырға, ата-әсә йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫкә тырыша. Миңә уның хеҙмәтенә – хыял иткән һөнәренә – ижадына тоғро булыуы, һәр саҡ үҙ өҫтөндә етди эшләүе оҡшай”, – тип ҡыуана.
Тағандың өс терәүе булған кеүек, бәхет тигән төшөнсәнең дә өс өлөштән тороуына иманы камил Арсендың. Беренсенән, аҡ донъяны күреү, күкрәк тултырып һулыш алыу, тормоштоң ҡайғы-шатлыҡтарын бергә татыу мөмкинселеген биргән ата-әсәһенә рәхмәтле. Икенсенән, үҙен уратып алған уй-хискә бай кешеләргә, йән атып торған дуҫтарына, белем биргән уҡытыусыларына, ғөмүмән, гражданлыҡ позицияһын дөрөҫ тәрбиәләгән йәмғиәттә йәшәүе менән бәхетле. Тағандың өсөнсө өлөшө – ул һин үҙең, тип иҫәпләй актер. Тормошта нимә эшләй алаһың, хеҙмәт емештәрен татып, кешеләрҙе ҡыуандыраһың – ул да бит уңыш, бәхет нигеҙе, – тип серҙәре менән уртаҡлаша театрыбыҙҙың талантлы актеры Арсен Шәйхисламов.
Мин был мәҡәләмдә артистың ижад кредоһына анализ эшләүҙе маҡсат итеп ҡуйманым. Шәхестең формалашыуында ата-әсәнең роле, ғаилә ҡанундарын үҙенә һеңдереп үҫкән талантлы егеттең ижади биографияһы бөгөнгө йәштәргә, еңел булмаған һәнәрҙе һайлаған егет-ҡыҙҙарға фәһемле булыр, тип уйлайым.

Фирүзә АЛСЫНБАЕВА

💢💢💢💢💢💢💢💢💢💢

Ихх… Күпме уйнайһы ролдәре, алып бараһы тамашалары ҡалды…

Мәрхүмдең барлыҡ туғандарының, яҡындарының һәм дуҫтарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, мәңгҽлҽк йоҡоһоның тыныс, ауыр тупраҡтарының ҽңҽл булыуын тҽләйбҽҙ. Бәхил бул, актёрыбыҙ!

Поделиться: