Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

БАШҠОРТТАР КИТТЕ ҺУҒЫШҠА, ОҘАТЫП ҠАЛДЫ КҮК УРАЛ…

афиша

16 сентябрҙә “Шайморатов генерал” спектакле тәү мәртәбә тамашасы хөкөмөнә сығарыласаҡ

Тарихҡа һеңеп ҡалған ошо легендар йыр-реквием хаҡында яңы спектакль сәхнәләштерелде. 112-се Башҡорт атлы дивизияһына фәҡәт Баймаҡ районынан иң аҫыл егеттәрҙе һайлап алғандары бер кемгә лә сер түгел. Яуға китеүселәрҙе машзавод алдында митинг ойоштороп оҙатып ҡалалар. Шул киткәндән яҡташ яугирҙәрҙең бик күптәре тыуған төйәгенә әйләнеп ҡайтмай, иң аҫыл егеттәребеҙ яу ҡырында ятып ҡала…

Коронавирус бәләһе арҡаһында карантинға ябылған театр артистары йәй башынан яңы спектакль сығарыуға ең һыҙғанып тотондо. Июль башында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры артистары “Шайморатов генерал” исемле спектаклде сығарыуға өлгәште. Пандемия ваҡытында тамашаны театр коллективына ғына ҡарау мөмкинлеге булды. Оҙайлы карантин шауҡымынан һуң 16 сентябрь театр үҙ ишектәрен асасаҡ. Ниһайәт, легендар геройыбыҙҙың һәм 112-се башҡорт атлы кавалерия һалдаттарының яҙмышы тураһындағы яңы спектакль тамашасы хөкөмөнә сығасаҡ. Был спектаклде күҙ йәштәре түкмәйенсә ҡарарлыҡ түгел, ҡулъяулыҡтар алып барыу мотлаҡ.

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал” исемле әҫәре буйынса Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт театры артистары спектакль сығарҙы. Хәйер, был пьесаны ҡуйырға республикабыҙҙың бер нисә театры дәғүә иткәйне, әммә уны Сибай театры артистарына ҡуйыу бәхете тейҙе. Һәм был дөрөҫ тә. Сөнки фәҡәт Урал аръяғы ир-егеттәре 112-се кавалерия дивизияһында һуғыша. “Шайморатов генерал” спектаклен ҡуйыусы режиссер Өфө егете Илнур Муллабаев. “Был спектаклде ҡуйыу минең күптәнге хыялым ине, – ти ул. – Сөнки минең ҡартатайым да һуғыштың башынан аҙағынаса тиклем һуғышта булды. Бөйөк Еңеүҙе ул Германияның Кенигсберг ҡалаһында ҡаршылай. Бөйөк Еңеү бөтәбеҙ өсөн да бик ҙур ваҡиға.”

Башҡорттар китте һуғышҡа,

Оҙатып ҡалды күк Урал.

Ат уйнатып алдан бара,

Шайморатов генерал.

Тарихҡа инеп ҡалған, башҡорт атлы дивизияһы һалдаттарының, генерал Шайморатовтың батырлыҡтарын сағылдырған ошо йыр 75 йыл буйына күк йөҙөдәге яҡты йондоҙ булып балҡый, иҫкә төшһә йөрәкте иҙә, сөнки был йыр һуғышты үтеп, үлемесле ҡырылышты үҙ күҙҙәре менән күреп тере ҡалған батырҙарҙың ауыҙынан сыҡҡан йыр.

Драманың нигеҙендә дивизия командиры генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың яҙмышы түгел, ә халыҡ араһында киң билдәле булған, башҡорттарҙың Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыуын тарихҡа һеңдергән символик йыр – Шайморатов генералға бәйле ошо йыр образы ята. Һөжүмгә инер алдынан генерал приказ ала: атлы ғәскәр ҡулдарына ҡылыс тотоп танктарға ҡаршы һөжүмгә инергә тейеш. Бер аҙым да артҡа сикмәҫкә! Генерал бының нимә менән бөтөрөн күҙаллай, әммә приказ есть приказ.

Спектаклдә 112-се атлы кавалерия һалдаттарының һөжүмгә инерҙән алдағы бер мәле һынлана, һәм һөжүм үткәс ҡот осҡос юғалтыуҙарҙан һуң генералдың яҙып та аңлата алмаҫлыҡ тәрән кисерештәре күрһәтелә… Шоковая терапия, тип тә сағыштырып булмай. Шайморатов генерал ролен артист Вадим Ғилманов уйнай. Тамашасыға Вадим актер булараҡ та, театрҙың режиссеры булараҡ та яҡшы таныш. Генерал ролен уйнаған актерға утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ генерал образын помпезно уйнау түгел, ә образды икенсерәк ракурста – ҡулдарына ҡылыс тотҡан башҡорт атлы кавалерия яугирҙәренең немец танктарына ҡаршы тиңһеҙ алыштағы ҡыйралышынан һуң генералдың ҡот осҡос кисерештәрен күрһәтеү. Бик тәрән кисерештәр! Һалдаттарын юғалтҡан генералдың ҡот осҡос хәлен, күңел торошон күрһәтеүгә, бик ҡатмарлы образды атҡарып сығыуға өлгәште Вадим Ғилманов.

Генерал янында йөрөүсе ярҙамсыһы Шакир бабайҙы Марс Итбаев, Йәмилә ролен Айгөл Хәкимова, һалдатты Морат Амантаев, Әлфиә ролен Нәфисә Мәжитова, Юлиә Мөхәмәтйәновалар уйнай.

Һуғышҡа инер алдынан генерал янында йөрөгән Шакир бабай “мясорубка”ны килтереп сығара ла, яҡташ генералға өндәшә: “Иптәш генерал, бындай тимерҙе хужалыҡта нимә өсөн ҡулланалар икән?” Генерал мясорубканы ҡулына алып: “Ә-ә-ә, был ит турағыс, Шакир бабай, ит турағыс…” Режиссер был ит турағысты эпизодҡа юҡҡа ғына индермәгән… Икенсе күренештә һалдаттар һөжүмгә инер алдынан ял итеп, үҙ-ара һөйләшеп ултыра, ҡайһылары ҡылыстарын үткерләй, ҡайһылары өйҙә ҡалған ғәзиздәренә сәләм хаты яҙа. Йәп-йәш кенә егеттәр, араларында утты-һыуҙы кискән, фин һуғышын үткән тәжрибәле һалдат та бар. Һәм ошо яугирҙәр “мясорубка”нан үткәрелгән ит кеүек һуғыш яланында ятып ҡала… Ошо хаҡта миңә тыныс тормошта яу ҡырынан ҡайтҡан берәүҙән ишетергә лә тура килгәйне… Уның һөйләгәне: “Ҡамауға эләккән Башҡорт атлы дивиязия һалдаттарын немец танкылары аттары менән ҡуша тотош иҙгесләп тапап бөтөрҙө, яуҙан һуң тотош ялан ҡыҙыл ҡанға мансылғайны…”

Быға тиклем Шайморатов генерал тураһындағы спектакль Башҡорт академия театры сәхнәһендә ҡуйылғаны булды. Унда Шайморатов генерал образы батыр итеп һүрәтләнә, ә был спектаклдә режиссер Илнур Муллабаев Шайморатов генералды икенсерәк планда күрһәтә алды. Утҡа инер алдынан генералдың уйланыуҙары, тетрәнеүе күрһәтелә. Генерал үҙенең хәлен һәйбәт белә, һалдаттарын күрәләтә үлемгә тығыуын да яҡшы аңлай. Бына нимә өсөн кәрәк булды режиссерға ит турағыс… Әммә приказ есть приказ, приказды үтәмәйсә булдыра алмай, башҡа сара юҡ… танктарға ҡаршы аттар һәм ҡылыстар менән һөжүмгә инеү. Танау аҫтарында мыйыҡтары ла кипмәгән, һөйөп-һөйөлөп тә ҡарамаған йәп-йәш егеттәрҙең был һөжүмдән кире сыҡмауҙарын асыҡ күҙаллай генерал. “Шайморатов генерал” спектакле ат өҫтөндә ҡылыс уйнатып ғорур барыусы генерал хаҡында түгел, ә һөжүмгә инер алдынан генералдың уй-кисерештәре, һалдаттарының яҙмышы өсөн әрнеүе, көслө тетрәнеүе. Яуҙан һуң Шакир бабай: “Эх-х-х, һөлөк кеүек йәп-йәш кенә егеттәр, танау аҫтарында әле мыйыҡтары ла кипмәгән башҡорт егеттәре ине бит! Тыуған илде шулай һаҡлайҙармы ни? Ней аҡыл менән түгел, ней техника, ней ҡорал менән түгел – балаларҙың ҡаны менән ҡойондорабыҙ дошманды! Күпме ҡан кәрәк уның өсөн! Ә!? – тип өҙгөлөнә… Эйе… уйлаһаң уйылып китерлек шул. Спектаклде күҙ йәштәре түкмәйенсә ҡарарлыҡ түгел…

Ошо спектаклде ҡарағандан һуң мин үҙем Шайморатов генерал тураһындағы китаптарҙы табып уҡып сыҡтым. Генералдың яҙмышы тураһында ҡыҙыҡһындым, бик белгем килде. Ғөмүмән, башҡорт атлы кавалерия хаҡында яҙған авторҙарға оло рәхмәтемде белдерәм. Шайморатов генерал тураһында яҙыу өсөн күпме эҙләнергә, материал тупларға, күпме көс түгергә, архивтарҙа ултырырға тура килгән ул авторға! Күпме тарих, ә тарихты белергә кәрәк. Бөгөнгө көндә ҡайһы берәүҙәр: “Кеше хәҙер китап уҡымай” тип әйтеүҙәре дөрөҫ түгел.

Бер көн тыуыр, кеше аҡса һорап түгел, рухи аҙыҡ һорап килер… Рухи аҙыҡ, шишмә башы – китап булыр.

Режиссер Илнур Биктимер улы Муллабаевҡа рәхмәт. Шайморатов генерал тураһында, 112-се атлы кавалерия һалдаттарының һөжүмгә ингән мәлен сәхнәләштереп бик ҙур эш эшләне ул.

Бөйөк Ватан һуғышы тураһында күпме китап яҙылһа ла, һөйләнһә лә барыбер аҙ булыр. Батырҙарыбыҙҙы иҫкә алған һайын йөрәк һыҡрай. 75 йыл буйына уларҙы иҫкә алабыҙ, атайҙарын иҫкә алғандар ҙа берәм-берәм икенсе донъяға күсә бара. Хәҙер беҙ, уларҙың ейән-ейәнсәрҙәре олатай-ҡартатайҙарыбыҙҙы ғына түгел, һуғышта ҡорбан булған бөтә һалдаттарҙы ла иҫкә алып, ниндәй ҡот осҡос һуғышты үткән икәндәренә хайран ҡалабыҙ. Республика, район гәзиттәре биттәрендә әленән-әле һуғыш ҡаһармандары тураһында мәҡәләләр баҫылып тора. Онотмайыҡ батырҙарыбыҙҙы, оноторға хаҡыбыҙ юҡ.

Тәнзилә Ғилманова-Кейекбаева.

Сыңғыҙ ауылы.

Поделиться: