Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Беҙҙә ҡыуаныслы хәбәр!

6axZjdc1Y5A

2 март баш ҡалабыҙҙа «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Ерҙә иң юғары тәғәйенләнеш – әсә булыу. Ҡатын-ҡыҙҙар ғаилә усағын һаҡлай. Дини башланғыстарҙы, туған телде һәм халыҡ традицияларын һаҡлауҙа, быуындар бәйләнешен нығытыуҙа уларҙың роле баһалап бөткөһөҙ.

Йыл да «Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе» конкурсы Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән иң сағыу һәм әүҙем йәмәғәтселәрҙе берләштереп, ил тормошонда мөһим ваҡиғаға әүерелә. Конкурста ҡатнашыусыларҙың һаны йылдан-йыл арта, уның географияһы киңәйә. Төрлө һөнәр вәкилдәре — сәйәсмәндәр һәм ғалимдар, уҡытыусылар һәм табиптар, эшҡыуарҙар һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, халыҡ оҫталары һәм йәштәр лидерҙары йәмғиәттә киң танылыу яулай.

«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» проекты авторы һәм етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина.

Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң юғары наградаһы — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәте әүҙемсеһе Рабиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы менән Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы 💐Әбдрәшитова Нурзиә Әхмәт ҡыҙы бүләкләнде. Ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!

💐Хөрмәтле, Нурзиә Әхмәт ҡыҙы! Алдағы ғүмер һәм ижад юлдарығыҙҙа ҡыуаныслы мәлдәрҙең мөмкин тиклем күберәк булыуын, йәшәйәсәк йылдарығыҙҙың сағыу ваҡиғаларға бай булыуын теләйбеҙ. Һеҙгә, Сибай театры өсөн лайыҡлы улдар тәрбиәләгән һоҡланғыс әсәгә, артабан да ныҡлы һаулыҡ, һүнмәҫ дәрт, ижадығыҙға ғашиҡ тамашасылар теләйбеҙ.

#ГульнурКульсарина #ПроектКульсариной #ЖенщинаМатьНации #ҠатынҠыҙМилләтӘсәһе #ОбществоБашкирскихЖенщинРБ #БашҡортҠатынҠыҙҙарыЙәмғиәте #ОбщественнаяРабота

Поделиться: