Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“ИХ, КҮГӘРСЕНКӘЙҘӘРЕМ!”

лирическая комедия
Спектакль на башкирском языке, осуществляется синхронный перевод на русский язык
Для зрителей старше 12 + лет

Башҡортостандың халыҡ артисы, режиссер Азат Нәҙерғолов етәкләгән ҡуйыу төркөмө башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәйҙең әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы һәм Башҡортостандың С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Ф.Бүләковтың киң билдәле “Әбейҙәргә ни етмәй?” әҫәре буйынса “Их, күгәрсенкәйҙәрем!” исемле лирик комедияһын сәхнәләштерә.

Еңел булмаған тормош юлы үткән, үткәндәрен уйлап, үҙҙәрен йыуатыуҙан ҡасҡан, һөйөп-һөйөлөп йәшәргә теләгән дүрт әхирәт тураһында яҡты, тетрәндергес, шул уҡ ваҡытта ябай спектакль… Әхирәттәрҙең йәше үтеп барыуға ҡарамаҫтан, өмөттәре һүнмәгән. Бына өйлө кейәү пәйҙә була. Кемдең өлөшөнә төшөр көмөш ул? Әҫәрҙә күтәрелгән тема һәр быуын өсөн көнүҙәк: тормош хаҡында, һәр кемдең камил һәм камил булмаған ҡылыҡтары тураһында уйландыра.

Ролдәрҙә:

✨Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова,
✨Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитова,
✨Башҡортостандың халыҡ һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин, артист Илгиз Әбдрәшитов,
✨Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Йосопова,
✨Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова.

Художестволы-ҡуйыу төркөмө:
✨Ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов,
✨режиссер – Денис Нурғәлин,
✨ҡуйыусы рәссам – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов,
✨музыкаль яҡтан биҙәү – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Илшат Яхин, Денис Нурғәлин,
✨балетмейстер – Фәйрүзә Сәлимгәрәева.

Создатель: Флорид Буляков
Режиссёр-постановщик Азат Надыргулов, Денис Нургалин
Коллектив: Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
в помещении Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
Фото с представления Фото с представления Фото с представления Фото с представления Фото с представления Фото с представления
Поделиться: