Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры гастролдәре

mamulja_a1--260x368

Ҡәҙерле дуҫтар!

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 27-28 апрель А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында “Мин һинең ҡәйнәң булам” исемле бик ҡыҙыҡ комедия уйнай.
Төп ролдә – Фидан Ғафаров. Башҡа ролдәрҙә – Милена Сираева, Руслан Хайсаров, Алмас Әмиров, Светлана Хәкимова, Гөлмирә Исмәғилева һ.б.

Сюжеты ла мауыҡтырғыс: Йәмил менән Нажия бергә йәшәй, әммә егет өйләнергә ашыҡмай… “Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос” – тигән ҡағиҙәне иҫендә тотоп, буласаҡ ҡәйнәһе менән танышырға теләй. Әммә ҡәйнә кеше юҡ ҡына сәбәптән төрмәлә ултыра. “Әсәйем төрмәлә ултыра” тип егеткә әйтеп булмай, шуға күрә Нажия “ҡәйнә” ролен уйнарға кеше таба. Һуңынан ҡыҙҙың ата-әсәһе лә килеп инә, ҡыҙыҡ, көлкөлө мажаралар башлана…
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры гастролдәре

Поделиться: