ҠОТЛАЙБЫҘ!
Фәрзәнә Утарбаеваның төп ролдә РФ-ның атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин уйнаған “Нигеҙ” (“Дом”) фильмы “Молодой киновек” XX Халыҡ-ара һәүәҫкәр һәм профессиональ фильмдар фестиваленең Гран-прийына лайыҡ булды.
Донъя кимәлендә 500-ҙән ашыу фильм туплаған был фестиваль кино донъяһында ҙур ваҡиға булды. Кино фестивален ябыу тантанаһы Краснодар ҡалаһында “Болгария” киноконцерт залында үтте.
Артисыбыҙҙың һәм кино төшөрөүҙә ҡатнашҡан төркөмдөң ҡаҙаныштары менән ғорурланабыҙ! «Нигеҙ» фильмының уңышы — был проектҡа үҙ йәнен һәм талантын һалған һәр кемдең ҡаҙанышы.
Барлыҡ ҡатнашыусыларҙы ошо юғары награда менән ҡотлайбыҙ!
Поделиться: