Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!
Кисә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры коллективыГТО нормативтарын тапшырҙы: алыҫлыҡҡа һикереү, йүгереү һәм башҡа күнекмәләр буйынса тест үтте. Тикшереүҙәр коллективтың яҡшы физик әҙерлектә булыуын күрһәтте.
Физик яҡтан тәрбиәләүҙе, сәләмәт тормошто, күмәк спортты үҫтереүҙе маҡсат иткән программа бер кем өсөн дә мотлаҡ түгел, әммә йылдан-йыл был нормативтарҙы тапшырырға теләгәндәр һаны арта бара.