Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“ПАРЛЫ ЯҢҒЫҘҘАР”

Драма

Спектакль на башкирском языке, осуществляется синхронный перевод на русский язык
Для зрителей старше 12+ лет

Парлы яңғыҙҙар…
Мөхәббәт – әҙәм балаһына бирелгән иң юғары тойғо, ул берәүҙе лә урап үтмәй. Уның бәхетле, бәхетһеҙ булыуы ихтимал. Әммә Хоҙай Тәғәлә ергә килтергән бер генә кешеһен дә мөхәббәт тигән бүләктән мәхрүм иткәне юҡ. Д.Салиховтың “Өҙөлгән йөҙөм” исемле әҫәре буйынса күренекле режиссер Д.Ғәлимов сәхнәләштергән “Парлы яңғыҙҙар” драмаһы тап шул мәңгелек тема — мөхәббәт, изгелек, ил, ир һәм кешелек намыҫы тураһында. Ситтән ҡарағанда, бөтә геройҙар ҙа кәҙемге тормошта үҙ урындарын тапҡан һымаҡ, әммә, һөҙөмтәлә иңгә-иң, күҙгә-күҙ терәп, күршеләш йәшәгән парлы-парлы яңғыҙҙар барлыҡҡа килә. Ғәжәп хәл: тәҙрә аша күҙәтеп бер-береһен һөйгәндәр…
Халыҡ тормошоноң үткәненән, бөгөнгөһенән һут алған иҫ китмәле фәһемле, уйланырлыҡ спектаклгә рәхим итегеҙ!
Ролдәрҙе башҡаралар: Башҡортостандың халыҡ артистары – Риф Сәйфуллин, Зифа Баязитова, Рәмилә Хоҙайғолова, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әлфирә Йосопова һәм Юнир Ғәйнуллин, артист Морат Амантаев.

Создатель: Д.Салихов
Режиссёр-постановщик Дамир Галимов
Коллектив: Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
в помещении
Поделиться: