Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“Үәт, исмаһам, ахырызаман!”

комедия
Спектакль на башкирском языке, осуществляется синхронный перевод на русский язык
Для зрителей старше 12+ лет

Ахырызаман еткәс, беҙ ни эшләргә тейеш? Үҙебеҙҙе нисек тоторға: ҡасып ҡотолоп ҡалырға урын әҙерләргәме, аҙыҡ йыйнарғамы әллә бер ни булмағандай, артабан йәшәүҙе дауам итергәме? Ә күберәк изгелек ҡылғандарҙы Аллаһ ярлыҡаймы?
Был һорауҙарға үҙҙәре өсөн яуаптарҙы, моғайын, Мөҙәрис Багаевтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Үәт, исмаһам, ахырызаман!” спектаклен ҡараусылар таба алыр.
Комедия бер кемде лә битараф ҡалдырмай. Тамашасы төп герой Харун “Ҡарунович”ты ла, уның ҡатыны Хәмдиәне лә “таныр”. Әгәр ҙә ахырызаман етере билдәле булмаһа, улар һаман да донъя ҡыуып йәшәүҙәрен белер ине. Тик донъяла бер ни ҙә бушҡа булмай шул! Әлдә генә ахырызаман яҡынлашыуы билдәле була! Сөнки Харун донъяла байлығынан да яҡыныраҡ, ҡәҙерлерәк, изгерәк нәмәләр барлығын иҫенә төшөрә, балалары һәм уларҙың тормошо менән ҡыҙыҡһына башлай.
Кеше күңеле – икһеҙ-сикһеҙ даръя. Беҙ уның ағышын кәрәккән яҡҡа бора алабыҙ. Тик ахырызаман ғына уны таҙарыныуға мәжбүр итә аламы?
Комедия геройҙары менән бергәләп был донъяның фанилығын аңлап, бер-беребеҙгә яҡшы мөнәсәбәттә булып йәшәйек, йәмәғәт!

Создатель: М.Багаев
Режиссёр-постановщик Дамир Галимов
Коллектив: Сибайский госбашдрамтеатр им. А.Мубарякова
в помещении Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
Поделиться: