Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“Тере тупраҡ”

Народная драма
Спектакль на башкирском языке, осуществляется синхронный перевод на русский язык
Для зрителей старше 12 + лет

Театр һөйөүсе тамашасыларҙы «Тере тупраҡ» спектакленә саҡырабыҙ. И.Дилмөхәмәтовтың әҫәре буйынса әҙерләнгән тамаша барыһына ла оҡшар тип ышанабыҙ.

Әҫәр нигеҙендә башҡорт республикаһының тарихы ята. Тирә-яҡтан килгән баҫҡынсылар башҡорт ҡәбиләләренә берләшергә ирек бирмәй. Шул саҡ улар көслө ышыҡ эҙләй. Был мәлдә милләттәштәребеҙҙе Рәсәй батшаһының мөрәжәғәте, хәүефһеҙлек һәм тыныслыҡ вәғәҙәләүе ҡыҙыҡһындырмай ҡалмай. Драмала Аҡсәсән, Юлтый батыр Рәсәйгә ҡушылырға өндәһә, Ҡаһирбей яҡлылар берләшеүгә ҡаршы була. Аҡсәсәндә халыҡ аҡылы, тыуған ер яҙмышы өсөн борсолоу сағылһа, әҫәрҙең төп сюжеты булып йәштәрҙең—Юлтый менән Һарлайсәстең мөхәббәте, халыҡ араһындағы конфликт тора.

Спектаклдә бөтә ижади труппа, йәғни 30-ҙан ашыу кеше ҡатнаша. Тимәк, тамашасыларҙы бик шәп спектакль көтә.

Создатель: И.Дильмухаметов
Режиссёр-постановщик Азат Надыргулов
Коллектив: Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары
в помещении Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
Поделиться: