Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“Йәнкиҫәк” тетрәндерҙе

йәнкиҫәккк

05.05.2015 // Йәмғиәт, “Башҡортостан” гәзите.
Башҡорт дәүләт университеты профессоры, филология фәндәре докторы Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Йәнкиҫәк” хикәйәһе буйынса сәхнәләштерелгән спектаклде А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Өфө тамашасыһы хөкөмөнә сығарҙы.
М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры шығырым тулы ине, хатта ултырғыс ҡуйып ҡарағандар ҙа күп булды.
Урыҫсаға “Бәхет” тип тәржемә ителгән “Йән­ки­ҫәк” пьесаһы әсә булыу бәхетен татыр өсөн на­мыҫын аша атлап, дыуамал аҙымға барған, кеше йәберләүҙәрен кисереп йәшәгән түҙемле, көслө ҡатындың ғүмер тарихын тасуирлай. Һуғыштан һуңғы осорҙа ир-егет­тәрҙең аҙ булыуы арҡаһында килеп тыуған проб­лема-ысынбарлыҡ сәхнәлә киҫкен рәүештә са­ғыл­ды. Сибай актерҙары һәр эпи­зодты тетрәндергес башҡарҙы, спектаклдең ба­шынан аҙағына тиклем тамаша­сыларҙы көсөр­гә­нештә тотто.
Тормоштоң әсе дөрөҫлөгө оло һәм йәш быуын актерҙарының оҫта уйнауында тәбиғи һынланды. Төп ролдәге ауыр яҙмышлы ҡатындың тормошонда булған хәл-ваҡиғалар залда ултырыусы­ларҙы битараф ҡалдырманы тип әйтергә була – тамаша дауамында мыш­ҡылдауҙар даими ишетелеп торҙо. Ҡатын-ҡыҙҙың ғына түгел, ир-егеттең дә йөрәге сәхнәләге күренештәрҙән һыҡтаны, улар ҙа йәштәрен тыя алманы. Антракт ваҡытында ла кешеләрҙең ныҡ тәьҫирләнгән йөҙҙәрен күреү әҫәрҙең көслө йоғонто­һон дәлилләй.
Халыҡсан телле яҙыусы, ғәҙел булмаған донъя­ла әҙәм балаларының күпме ғазап-әрнеү кисере­үен тәфсирләп, төрлө характерлы кешеләрҙең киҫкен бәрелешен, түрәнең үҙ мәнфәғәтен генә ҡайғыртыуы арҡаһында тыуған конфликтты ышандырырлыҡ сағылдыра.
— “Йәнкиҫәк” хикәйәһен уҡып сығып, Илсур Ҡаҙаҡ­баев миңә театр сәхнәһе өсөн пьеса яҙырға тәҡдим иткәс, шатланып риза булдым. Ысынын әйткәндә, уны илай-илай яҙҙыҡ, — тине Тимерғәле Әбделғәлим улы.
— Спектаклдең премьераһын беҙ Сибай ҡала­һына барып ҡараныҡ. “Йәнкиҫәк” спектакле — Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына лайыҡ­лы бүләк. Театр коллективына һәм Тимерғәле Әбделғәлим улына “афарин” тиергә генә ҡала, — тип халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбаев үҙ фекерен белдерҙе.
— Көслө ихтыярлы ҡатын Миңйыһан образы автор тарафынан төрлө аспектта асыла. Яңғыҙ­лыҡтан асырғанып, киләсәге хаҡына тәүәккәл аҙымды яһауы көсөргәнешле эске көрәш арҡылы хәл ителә. Тиҫтерҙәре әйткән кәмһетеү һүҙҙәренән үҫмер йәшенә еткән улының өҙгөләнеүҙәре Миң­йы­һандан тағы ла аҡыл һәм сабырлыҡ талап итә: ул хат яҙырға көс таба. “Атаһы”ның хатын уҡып ҡыуанған малайҙың күңел тантанаһын, уны күк­рәгенә ҡыҫып шатланыу­ҙарын аңлатырға һүҙ етмәй, тамаҡҡа төйөр тығыла, үкереп илауҙан көскә тыйылып ҡалаһың. Сабиттың адресын мәңге­леккә күҙен йомор саҡта ғына улына биреүе лә — башҡорт ҡатындарына хас ғорурлыҡ, ныҡ­лыҡ өлгөһө. Малай атаһын таптырғанда адрес­ты биргән булһа, бәлки, яҙмыштары ла икенселәй булыр ине, тигән үкенес тә тыуа… — тине шағирә Әлфиә Әсәҙуллина.
Спектакль һуңында тамашасыларҙың һөйө­үен яулаған актерҙарҙы, автор Тимерғәле Кил­мөхә­мә­товты, режиссер Илсур Ҡаҙаҡбаевты халыҡ оҙаҡ алҡышланы, сәскәләргә күмде.
Йәштәрҙе хаталы аҙым яһауҙан киҫәткән­дәй, әҫәр уйға һала, ҙур фәһем бирә. Элекке заманда бәхетле булыу өсөн күп ҡаршы­лыҡтар, юғал­тыу­ҙар, күңел яралары аша үтеп тә бирешмәгәндәр. “Йәнкиҫәк” хәҙерге заманда ваҡ-төйәк ығы-зығы өсөн оло ғауға ҡуптарып, төшөнкөлөккә бирелеп ултырмаҫҡа өндәй, һәр кемдең бәхете үҙ ҡулында икәнен иҫбатлай.

Динара КӘРИМОВА,
БДУ студенты.

Поделиться: