2025 йылдың 9 апрелендә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы студенттары менән “Минең карьерам Берҙәм Рәсәй менән” проекты сиктәрендә “Дәғүәселәрҙең карьера оҫтаханалары” исемле сара булып уҙҙы. Буласаҡ йәш драма артистары, йырсылар, музыканттар театр буйлап экскурсия ваҡытында театрҙың тарихы менән таныштылар, сәхнә арты серҙәрен белделәр. Театр директоры Әбдрәшитов И.Р. һәм театрҙың баш режиссеры Нурғәлин Д.С. студенттарҙы сәнғәт юлын һайлауҙары менән ҡотланылар, театр тормошоноң үҙенсәлектәрен аңлаттылар, киләсәктә театрға эшкә килергә саҡырҙылар.
“Дәғүәселәрҙең карьера оҫтаханалары”
