Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

З.Хановтың тыуыуына – 100 йыл!

З.Ханов с сыном Олегом

7 февралдә Башҡортостандың халыҡ артисы, Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры Закирйән Хан улы Хановтың тыуыуына 💯 йыл.
Иҫкә алайыҡ!

Башҡортостандың халыҡ артисы Закирйән Ханов (1920- 1990) Сибай театрына үҙенең 30 йылдан артыҡ ғүмерен бағышлай. Киң амплуалы, бай фантазиялы, сикһеҙ энергиялы сәхнә оҫтаһы Закирйән Ханов Әжмәғол, Юлай Аҙналин («Ҡыҙ урлау», «Салауат» М. Кәрим), Тимербулат («Ул ҡайтты» Ә. Атнабаев), Ҡансура бай («Аҡҡош йыры» Б.Бикбай), Ишмырҙа кантон («Ҡарағол» Д. Юлтый), Бальзаминов («Бальзаминовтың өйләнеүе» А. Островский), Тартюф («Тартюф» Ж. Мольер), Сыроедов («Трибунал» А. Макаенок»), Айҙар («Зифа» Н. Иҫәнбәт»), Арыҫланбай («Шоңҡар» Ә. Атнабаев) кеүек 100-ҙән артыҡ береһенән – береһе сағыуыраҡ образдар һынландыра.

Поделиться: