Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

М.Кәрим ис. милли йәштәр театры – беҙҙә ҡунаҡта!

JlD1Uy5Hvno-1068x710

БИШ МӨЙӨШТӘН ТОРА БЫЛ ДОНЪЯ…
Сажиҙә менән Фәндәс ҡәҙимге йәшәп ятҡан ерҙән, бәләкәй генә ҡаршылыҡ килеп сыҡҡас, аңлаша ла алмай айырылыша ла ҡуя. Фәндәстең фирмаһы юҡҡа сыға, үҙен дә ер йотамы ни… Ә Сажиҙәһе һағышҡа бата. Араларында өсөнсө кеше булғандыр, тиерһегеҙ. Әлбиттә, шағир әйтмешләй, өсмөйөштән торған донъяла… Тик Зөлфәт Хәкимдең “Килә яуа, килә яуа” комедияһындағы Сажиҙә менән Фәндәс араһында өсөнсө, дүртенсе, бишенсе кеше лә бар. Нимәһе ҡыҙыҡ, юғалған Фәндәсте эҙләп тапҡансы, ошо биш кеше үҙенсәлекле итеп тоташып та ҡуясаҡ.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры артистары был музыкаль комедияны Сибай тамашасыһына алып килә. Ролдәрҙе билдәле артистар Венер Камалов, Нәғим Нурғәлин, Рәмзил Сәлмәнов, Ләйсән Миңлеғәлиева, Дания Ғөбәйҙуллина уйнай. Ҡуйыусы режиссер – БР-ҙың сәнғәт эшмәкәре, Ш.Бабич исемендәге Дәүләт йәштәр премияһы лауреаты Рөстәм Хәкимов.
Комедия 9 ноябрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында 18.00 сәғәттә башлана. Билеттар театр кассаһында һатыла. Билет хаҡы – 200 һум!

Поделиться: