Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“Китмәгеҙ, торналар!”

драма
Спектакль на башкирском языке, осуществляется синхронный перевод на русский язык
Для зрителей старше 12 + лет

Спектаклдә йәмғиәтебеҙҙең иң актуаль темаларҙың береһе күтәрелә. Һүҙ зарарлы ғәҙәт тураһында бара, кеше уларҙан арына алмай, йәмғиәттә ошондай проблема барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә, ғаиләләр тарҡала, ауырыу балалар тыуа! Ғаилә – дәүләттең нигеҙе. Үҫеп килгән быуынды һау-сәләмәт үҫтереү тик тулы, сәләмәт ғаиләлә ғенә мөмкин.
Автор Таңсулпан Ғарипова әйтеүенсә, был спектаклде бер тапҡыр ҡарағандан һуң ҡатын-ҡыҙ бер ваҡытта ла үҙенең ғаиләһен ул хәлгә еткәрмәйәсәк!
Ҡуйыусы-режиссер – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов, был әҫәрҙең өҫтөндә эшләп, үҙ алдына ҡуйған бурыс – тамашасы ҡабат-ҡабат яҙмышы һәм йәшәү мәғәнәһе өҫтөндә уйланырға, яҡыныңды яратыу, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалау, бәләгә тарыҡҡандарға ярҙам ҡулы һуҙыу. Әгәр тамашасы күңеле әҙ генә булһа ла тетрәнә икән – тимәк, режиссер маҡсатына өлгәшкән! «Китмәгеҙ, торналар» – ул күңелдең яфаланыу тауышы. Һәм был тауышты ишетһен ине миллиондар!
“Күмәкләгән – яу ҡайтарған”, тиҙәр, берлектә был ҙур бәләнән ҡотолорға тырышайыҡ, дуҫтар! Һеҙҙе “Китмәгеҙ, торналар!” спектаклендә көтөп ҡалабыҙ. тетрәндергес сюжетлы тамашанан бер кемдә ситтә ҡалырға тейеш түгел!

Создатель: Тансулпан Гарипова
Режиссёр-постановщик Дамир Галимов
Коллектив: Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
в помещении Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
Поделиться: