✨✨✨Хөрмәтле тамашасылар!
✨✨✨Ҡәҙерле дуҫтарыбыҙ!
✨✨✨Туғандар, милләттәштәребеҙ, төньяҡтағы яҡташтарыбыҙ!
✨✨✨Беҙҙә ҡыуаныслы хәбәр! Кисәге көнгә хәтлем тауыш, комментарийҙар йыйып, барыбыҙ ҙа еңеү өсөн тырышҡандарығыҙ юҡҡа сыҡманы!!!
✨✨✨Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры “Йыл танылыуы” конкурсында еңеүҙе яуланы! Беҙҙең шатлыктарыбыҙҙың сиге юҡтыр тип әйтһәк тә була, сөнки Театр йылында “Иң яҡшы театр” исемен яулау бик ҡыуаныслы, яуаплы һәм ғорурлыҡ!
✨✨✨Барығыҙға ла ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Һеҙ – беҙҙең таянысыбыҙ, киләсәгебеҙ!
Фотола: А.Мөбәрәков ис. Сибай дәүләт башҡорт драма театры директоры вазифаһын башҡарыусы И.Р.Әбдрәшитов Башҡортостандың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Хәликов менән ҡотлау церемонияһында.