Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

ЯҢЫ ЙЫЛ АҠ БӘХЕТТӘР АЛЫП КИЛҺЕН!

НОВЫЙ ГОД ФОТО

“ӘКИӘТ БАТШАЛЫҒЫНДА happy ЯҢЫ ЙЫЛ!” әкиәте – Яңы йылда театр сәхнәһендә күрһәтелгән беренсе тамаша.
Халыҡ әкиәттәре буйынса ҡуйылған сәхнә әҫәрен карарға теләүселәр һаны байтаҡ булып сыҡты һәм әлеге көндөң талаптары буйынса үҙенә күрә “аншлаг” барлыҡҡа килде.
Бөгөн әкиәткә килә алмаған дуҫтарыбыҙҙы мөғжизәле әкиәтте ҡарарға 7 ғинуар, 12.00. сәғ. саҡырабыҙ.
Әлбиттә, бөтә әкиәттәрҙе бәхетле финал берләштерә. Шуға күрә, беҙҙең теләк тә шул – Яңы йыл тик бәхетле мәлдәр, шатлыҡтар һәм барыбыҙға ла ныҡлы һаулыҡ килтерһен, ә беҙҙең тамашасылар залы һәр ваҡыт бәхетле дуҫтарыбыҙ менән тулып торһон!

Поделиться: