Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Сибай сәхнәһендә – Шайморатов генерал!

11

Был көндәрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында йәнлелек хөкөм һөрә: артистар өр-яңы премьера өҫтөндә эшләй.

Пандемия осоронда артистар буш ултырманы, улар онлайн тәртиптә Флорид Бүләковтың “Шайморатов генерал” драмаһы буйынса репетиция башланы. Артабан премьераға әҙерлек барлыҡ хәүефһеҙлек талаптарын теүәл үтәп башҡарылды. Атап әйткәндә, айырым сәхнә күренештәре ҡуйылды, һәр артист менән шәхсән эш алып барылды. Спектакль “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй ҡалалар театрҙарына ярҙам итеү” проектына ярашлы сәхнәгә сығарыла һәм башҡорт халҡының ҡаһарман улы, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатовтың тормошона арнала. Уны сәхнәгә Туймазы татар дәүләт драма театрының баш режиссеры Илнур Муллабаев сығара, ҡуйыусы-рәссамы – Рәсәй һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Валерий Яшкулов, балетмейстер – Ярослав Францев, композиторы – Илсаф Вәдүтов.

“Мин Сибай артистары менән бала саҡтан танышмын. Бында туғаным, Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Хоҙайғолова эшләй, тәүге тапҡыр сәхнәгә актер булараҡ сығыуым да ошо театрға бәйле. Артистар менән ҙур ҡәнәғәтлек тойоп эшләйем, улар беҙҙе бик матур ҡаршы алды, уртаҡ телде тиҙ таптыҡ. Барыһы ла Миңлеғәле Шайморатовты 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы командиры, генерал-майор булараҡ белә, ә мин уны тамашасыларға кеше булараҡ күрһәткем килә”, – ти Илнур Биктимер улы.

Төп геройҙы театрҙың өмөтлө артисы Вадим Ғилманов башҡара. Премьера 7-8 июлдә әлегә ябыҡ форматта күрһәтеләсәк.

Фото Сибай башҡорт драма театры сайтынан.

Автор: Карима Усманова

Поделиться: