Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Театр ҡунаҡтары

в

8 февраль Сибай театрының ижади коллективы билдәле режиссер, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республиканың Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Булат Йосопов менән ижади осрашыу үткәрҙе.

Булат Тимербай улы Йосопов – 1973 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. 1995 йылда В. Герасимов исемендәге Бөтә Рәсәй дәүләт кинематография институтын тамамлай. Башҡортостан кино сәнғәтендә тәүге милли трилогияның режиссеры. “БЕРЕНСЕ РЕСПУБЛИКА ” трилогияһына “Бабич ” (2017), “Беренсе Республика ” (2019), ” Шағир көндәлеге ” (2022) фильмдары инә. “Булат Йосопов киномәктәбе” н ойоштороусы һәм етәксеһе ул.

Осрашыу барышында һүҙ театр һәм кино сәнғәте, бөгөнгө тамашасылар һәм уларҙың зауығы тураһында барҙы. Булат Тимербай улы театрҙың эшмәкәрлеген юғары баһалап:”Сибай – киләсәк ҡалаһы. Тап һеҙҙең театрҙа ҡыйыу рәүештә яңы ижади алымдарға барырға мөмкин. Иң мөһиме – маҡсат һәм иғтыяж булһын”, – тине.

Осрашыуҙа шулай уҡ Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжының студенттары ла ҡатнашты. Театрҙың оло быуын артистары билдәле режиссерға үҙҙәренең теләктәрен еткерҙеләр, йәнле фекер алышыуҙа һүҙ артабанғы уртаҡ ижад хаҡында ла барҙы.

Кисәге эшлекле һөйләшеү оло башланғысҡа ныҡлы нигеҙ һалды, тигән ышанысты арттырҙы.

Поделиться: