Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Тиҙҙән беҙҙә премьера!

e8Eh8mnTBq8

🎭Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары Наил Ғәйетбайҙың “Һинән – фатир, минән – ир” комедияһы буйынса спектакль әҙерләй. Премьера 27 мартҡа – Халыҡ-ара театр көнөнә планлаштырылған. Тамашасылар театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин ҡуйған тамашаны нисек ҡабул итер? Бик актуаль тема һайланған. Бөгөн ауылдарҙа буш өйҙәр һаны артҡан саҡта йәштәр (улар ғына түгел, бөгөнгө шарттарға әҙер булмай сыҡҡан олораҡ быуын кешеләре лә) ҡалала фатирһыҙ интегә. Ҡот осҡос хәл тиергә була: асарбаҡ хәленә төшмәйем тип, ҡурҡыштан төн уртаһында уянып ҡысҡырырлыҡ. Ҡурҡыныс төш булһа ярай ҙа ул, елкә тырнарбыҙ ҙа, үтер ҙә китер: бирешә торғандарҙан түгелбеҙ – ысынбарлыҡҡа уйын-көлкө аша ҡарай беләбеҙ. Ни тиһәң дә, пьеса авторы көнүҙәк теманы бик үҙенсәлекле асып биргән, режиссер тоҙло-боросло темаға үҙенең гротесклы тәмләткестәрен өҫтәп, халыҡ иғтибарына нимә тәҡдим итер? Ҡарарбыҙ, күрербеҙ, комедия булғас, көлөп тә алырбыҙ. Әлегә көтәйек, премьераға күп ваҡыт ҡалманы.

Поделиться: