Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“Йәшлегем тирәктәре” спектакле ПРЕМЬЕРАҺЫ!

драма
27 марта, 19.00.,
16 апреля, 19.00.
Спектакль на башкирском языке, осуществляется синхронный перевод на русский язык
Для зрителей старше 12+ лет

“Йәшлегем тирәктәре” спектакле нигеҙендә ветерандың хәтирәләре ята. 40-сы йылдар. Йәштәрҙең—Байгилде менән Гөлләриәнең барыһы ла алда кеүек. Улар хыяллана, киләсәккә пландар ҡора. Ҡәһәрле һуғыштың башланыуы уларҙың бар өмөттәрен селпәрәмә килтерә, ғаиләне боҙа, әммә бер-береһенә булған һөйөүҙе генә юҡҡа сығара алмай. Гөлләриә һөйгәненә тоғро ҡала. Фронттан “ҡара ҡағыҙ” килһә лә, ул ҡәҙерлеһен бер тапҡыр ғына булһа ла күреүгә ышанып йәшәй. Әммә яҙмыш үҙенекен итә… Фронтҡа китеүсе аталы-уллы ултыртҡан тирәктәр үҫеп, иҫтәлекле урын булып ҡала. Кисен әкрен иҫкән елгә шыбырлашҡан япраҡтар ҙа һалдаттарҙы хәтергә ала төҫлө…

Ҡуш тирәккә ҡуш яулыҡтар бәйләнем мин,
Ҡуш шатлыҡтар булып елберләһен өсөн.
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Бер әйләнеп ҡайтырһың тип,
Тирәктәргә башым эйҙем иртә-кисен.

Ябай ғына һөйөнөс, хәсрәт уты, дуҫтарҙың ярҙам итергә тырышыуы, хыянат—быларҙың барыһы ла спектаклдә бар. Кешеләрҙең яҙғыһын туң ер аҫтынан килеп сыҡҡан картуфты бүлешеүе, аслыҡты еңергә ынтылыуы, ышанысын юғалтмауы һоҡланырлыҡ. Тыл хеҙмәткәрҙәренең көслө рухы фронттағы һалдаттарҙы көндән-көн еңеүгә яҡынайта…

Барығыҙҙы ла Халыҡ-ара театр көнөндә, йәғни 27 мартта премьерала көтәбеҙ!

Создатель: Кабир Акбашев
Режиссёр-постановщик Вадим Гильманов
Коллектив: Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
в помещении Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
Поделиться: