Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Уйҙарҙы сафландырған гастролдәр…

Статья Гульсира апай

27 февралдән 4 мартҡа тиклем данлыҡлы Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәуләт башҡорт драма театры артистары Себер тарафтарында, атап әйткәндә Ханты-Манси автоном округында, гастролдәрҙә булып ҡайтты.
Сибайҙар Лира Яҡшыбаеваның халҡыбыҙҙың бөйөк тарихи шәхестәренең береһе Мөжәуир хәҙрәт Сиражетдиновҡа арналған әҫәре буйынса ҡуйылған «Әулиә» исемле спектаклен алып килгәйне. Быға тиклем Башҡортостан сәхнәләрендә ҙур уңыш ҡаҙанған спектакль Себерҙә лә аншлаг менән утте. Тамаша Нефтеюганск, Лянтор, Сорғот, Тубәнге Варта, Мегион, Лангепас ҡалаларының һәм Тубәнге Сортым ҡасабаһының мәҙәниәт һарайҙарына башҡорт мәҙәниәтенә, тарихына һәм теленә битараф булмаған яҡташтарҙы йыйҙы һәм бик әһәмиәтле, шатлыҡлы ваҡиғаға әйләнде: барыһы ла унан рухи кутәрелеш кисереп, алғышланып, хистәре яңырып, уйҙары сафланып, сәхнә оҫталарына рәхмәттәрен аяғурә белдереп таралды.
Йәшерен-батырыны юҡ, республиканан төрлө төркөмдәр, йырсылар беҙҙең округҡа мәҙәни сәфәргә йыш килеп торалар, һәм уларҙың тамашаларына ҙур концерт залдарын тултырыу бик еңеллек менән бирелмәй. Әммә Сибай театрының спектакленә халыҡ ябырылып килде, тип арттырмай әйтергә була, – актерҙар бигерәк тә Сорғот, Тубәнге Варта һәм Тубәнге Сортым тамашасыларынан ҡәнәғәт булып ҡайттылар.
Ысынлап та, республика артистарың сит өлкәләргә гастролдәрен ойоштороу – бик яуаплы, ҡатмарлы, сығымлы шөғөл. Транспорт туҡталыштары, магазиндар кеуек халыҡ куп йөрөгән урындарҙа афишалар йәбештереп сығыу, социаль селтәрҙәр аша реклама яһау, билеттар һатыуҙан башлап йәшәр, туҡланыр урындар табыу, барыһы ла ойоштороусыларҙың бурысына инә. Әйтергә кәрәк, себерҙәр был юлы ла һынатманы – алдан уҡ тамаша уҙған һәр урындың уҙ ойоштороусылары тәғәйенләнде, һәм уларҙың эскерһеҙ ярҙамы сәбәпле һәр спектакль юғары кимәлдә, шаулап-гөрләп уҙҙы.
Әуҙем ойоштороусыларыбыҙ, уларҙың ярҙамсылары һәр ҡалала ла шул тиклем куп, уларҙың барыһының да исем-шәрифтәрен атап китеу мөмкин тугел. Ошо гастроль сиктәрендә айырым рәхмәткә лайыҡлы бер нисә генә абруйлы яҡташыбыҙҙы әйтеп утмәһәк, хилаф булыр кеуек, улар: Сорғот ҡалаһы мәсетенең мөфтийе Таһир хәҙрәт Саматов, шунан уҡ имам Фидан хәҙрәт Ҡорбанаев, Тубәнге Сортымдан беҙҙен аҡһакалыбыҙ Фирдәүс Халимов, Кәвил Нәсибуллин, Хәбир Хибәтуллин, Илшат Яҫыбаев һәм башҡа бик куптәр…
Ханты-Манси автоном округы-Юграла тарихи тыуған еребеҙҙән – Башҡортостандан килгән артистарҙың сығыштарын лайыҡлы ойоштороу буйынса куп йыллыҡ бай тәжрибә тупланған, һәм беҙ киләсәктә лә ике яҡ өсөн дә һөҙөмтәле проекттарҙы ихлас көтөп ҡалабыҙ.
Хөрмәт менән, сараның төп ойоштороусыһы
Гөлсирә Әбдрәшитова.

Поделиться: