Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

ХМАО гастролдәренең хроникаһы

7b4ba81d-c4ee-4c15-bda5-ee55527d0e01

25 февраль, Сибай

Бөгөн А.Мөбәрәков ис. Сибай дәүләт башҡорт драма театры гастролгә юлланды. 27 февралдән 4 мартҡа тиклем Ханты-Манси автономиялы округы — Югра тамашасыларына беҙҙең легендар “Әүлиә” спектакле тәҡдим ителә.
Хәйерле юл теләп, имен-һау, уңышлы йөрөп ҡайтыуҙарын теләп ҡалабыҙ!

27 февраль, Нефтеюганск

 

“…Халҡыма әйтер һүҙем бар, кешелек донъяһын бар иткән Аллаһы Тәғәләбеҙгә инанып йәшәгеҙ. Донъяға аҡыл күҙе менән ҡарағыҙ. Әҙәм балаһы саҡ ҡына уңышына ла маһайыусан. Аллаһтың биргәне менән сағыштырһаҡ, беҙҙең ғәмәлдәр нимә генә. Шуға рәхмәтле булып өйрәнегеҙ. Бирелгән ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, хәлдән килгән тиклем изгелек ҡылып йәшәргә кәрәк. Аллаһ яралтҡан барлыҡ хазиналарға һаҡсыл булығыҙ. Ер шарын иман, доға, мәрхәмәт һаҡлар. …”
…Залда тынлыҡ, кемдер һыҡтап илай, кемдер Мөжәүир хәҙрәттең һуңғы әйткән тулҡынланыу хис-тойғоларын тыуҙырған һүҙҙәрен ғорурлыҡ менән ҡабул итә … Кемдер үҙен иң бәхетле кеше итеп тоя… Һуңынан көслө алҡыштар, алҡыштар…Әйтерһең дә, улар бер ваҡытта ла туҡтамаҫ төҫлө… Нефтеюганск ҡалаһының тамашасылары беренселәрҙән булып оло бәхеткә ирешеп, күптән көткән, күптән кеше аша ғына ишеткән “Әүлиә” спектаклен ҡарауҙы яҙмыш бүләге итеп ҡабул итте… Рәхмәт комментарийҙарын һанап бөткөһөҙ, шишмә һыуындай, төнө буйы интернет селтәрҙәрҙәрендә ҡойолдо ла ҡойолдо улар…
Аллаға шөкөр, гастролдәргә уңышлы старт бирелде. Имен-һау оҙон Себер юлдарын ҡыҫҡа итеп, оло миссия менән барған Сибай артистарына имен-һау йөрөүҙәрен теләйбеҙ.
Бөгөн беҙҙе Лянторҙа көтәләр.
“Мөжәүир хәҙрәт –халҡыбыҙҙың рухи байлығы. Аллаһ ҡаршыһында халҡыбыҙҙың дәрәжәһен күтәреүсе, иманға әйҙәүсеһе аҫыл зат. Еребеҙгә ошо саҡлы бөйөк шәхесте биргәне өсөн Аллаһы Тәғәләбеҙгә рәхмәт әйтәйек.”
Өҙөктәр “Әүлиә” спектакленән алынды, авторы Л.Яҡшыбаева, реж. Д.Ғәлимов.

 

Лянтор, 28 февраль.

Һағынып көткән яҡташтарыбыҙ, бик йылы ҡаршы алып, юғары кимәлдә хөрмәт итеп, спектаклдән һуң рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырып, оҙатып та ҡуйҙылар. Бик ҡунаҡсыл, яҡты мөнәсәбәтле халыҡ йәшәй был төбәктә.

Интернет селтәренән: “Ҙур-ҙур рәхмәт шундай матур сәхнә әҫәренә, тыуған яҡтарыма ҡайтып килгән кеуек булдым🙏👍 Артистарҙың ысын күңелдән уйнауҙары. ябай беҙҙең телдә һөйләшеуҙәре бик ныҡ ҡыуандырҙы!!!”

Әйткәндәй, ошо көндәрҙә генә селтәрҙәрҙәге төркөмдәргә яҙылыусылар һаны күпкә артты!

Бөгөн Сургут халҡы менән осрашыуға юлланабыҙ. Себер тарафтарында юлдар ҙа бик еңелдән түгел, ҡары ла яуып тора, көнө лә әле яҙҙарса түгел. Шулай ҙа беҙҙең дуҫтарыбыҙҙың шундай түҙемһеҙлек менән көтөуе ҡанатландыра, яңы осрашыуҙар ҡыуанысын тойорға әйҙәй!
Хәйерле юл, уңышлы сығыш теләйбеҙ!

 

 

Сургут, 29 февраль.

Тормош ҡатмарлы һәм аяуһыҙ. Кемдер Себер тарафтарына уҡыуҙан һуң эшкә ебәрелә, кемдер яҙмыш ҡушыуы буйынса тыуған яҡтарынан айырылырға мәжбүр була. Әйтерһең дә, Сургуттың күп өлөшө – беҙҙең яҡташтар.
Шулай булһа ла, үҙен ысын башҡортмон тип һанаған халыҡ теленән өҙөлмәҫкә тырыша – башҡорт йырҙарын тыңлай, башҡортса тапшырыуҙар ҡарай һәм үҙ-ара аралаша.
Шул сәбәпле беҙҙең театрҙы өҙөлөп, зур теләк менән көтөүҙәрен аңлап булалыр.
Сургут университеты театры тулы зал тамашасы йыйған. Түҙемһеҙлек менән спектакль башлағанын көткән сургутлылар иғтибар менән Башҡортостандың халыҡ артисы З. Г. Баязитованы тыңлай.
Хэйерле кис һәм онотмаҫлыҡ тәҫьораттар теләйбеҙ!

 

Нижневартовск, 1 март.

Нижневартовск – Рәсәйҙең йөрәгендә урынлашҡан Ханты-Манси автономиялы округының йәш һәм матур ҡалаһы. Был төбәк нефть һәм газ менән генә түгел, шулай уҡ уның күп милләтле халыҡҡа бай булыуы менән данлы. Башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа күп, һәм уларҙың күбеһе – беҙҙең ватандаштар – дуҫтарыбыҙ, туғандарыбыҙ.
Театрыбыҙҙың иң яҡшы спектаклен яҡташтарыбыҙға күрһәтергә тигән күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты! Мөжәуир хәҙрәт хаҡындағы “Әүлиә” спектакле – Нижневартовск ҡалаһы сәхнәһендә! Артистар менән осрашыуға әҙерлек 2-3 ай элек башланды. Уны ең һыҙғанып, дәртле, эш өсөн янып торған кешеләр тотонһа – барыһы ла яҡшы булыу хаҡында өмөт тыуа. Шулай итеп, был эште Сибай театрында эшләп киткән һәм уның тормошона битараф булмаған А.И.Бикташева етәкләп, рәткә һалып, ойошторҙо. Барлыҡҡа килгән дөйөм төркөм ағзалары менән үҙҙәренә файҙа хаҡына түгел, бушлай, көнө-төнө йоҡламай тигәндәй, бик ҙур уңышҡа өлгәшәләр. Бөтә булған көстәрен һалып башҡарылған эштәре ыңғай һөҙөмтә биреп залда аншлаг булдырҙы һәм артистарҙың бик уңышлы сығыштарына булышлыҡ итте. Был – тыуған театрына һәм тыуған Башҡортостанға ҡарашлы юғары патриотик дәрәжәле эш! Гастролдәрҙе ойоштороуҙа күрһәткән ярҙамдары, йылы, яҡты мөнәсәбәттәре өсөн уларҙың барыһына ла үҙебеҙҙең ҙур рәхмәтебеҙҙе, тәрән ихтирамыбыҙҙы еткерәбеҙ!
Спектаклдән алған тәьҫораттар һеҙҙең күңелегеҙҙә тик йылы хәтирәләр булып ҡалһын!
Нижневартовск, йылы ҡабул итеүең өсөн ҙур рәхмәт! Яңы осрашыуҙарға тиклем хушлашабыҙ!

Мегион, 2 март.

Сираттағы Мегион ҡалаһындағы сығышыбыҙ бик уңышлы үтте. Ханты-Манси автономиялы округының ҡалаһы тамашасылары артистарҙы бик йылы ҡабул итеп, маҡтау һүҙҙәре һәм сәскәгә күмделәр, хатта бүләктәр ҙә әҙерләп көткәндәр. “Әүлиә” спектаклен ҡарап илһамланып, бындай фәһемле, бик кәрәкле сәхнә әҫәре менән йышыраҡ килеүебеҙҙе һоранылар.

 

Лангепас, 3 март.

 

 

Түбәнге Сортым, 4 март.

 

Ҡурҡҡан эш хәйерле була, тиҙәр! Бына алыҫ Себер яҡтарында ойошторолған гастролдәр ҙә тамамланды. Оло миссия менән барған Сибай артистары, бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, Мөжәүир хәҙрәт хаҡындағы мәҙхиәне яҡташтарыбыҙга күрһәтеп, тамашасыларҙы кәнәғәт итеп, илһам нурҙары менән өләшеп, ҡайтыу юлына ла ҡуҙғалдылар.
Хәйерле юл, имен-һау ҡайтып етергә насип булһын, Сибайҙа һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ!

 

Сургут , 5 март


Ҡайтыу юлға сығыу алдынан Сургут мәсетенә барып, Аллаһ тәғәләнең ризалығын алып, доға ҡылып, артистар тыныс күңел менән тыуған яғына ашҡынды. Хызыр Ильяс юлдаш булһын!
Һау булып тор, ҡунаҡсыл Себер! Яңы осрашыуҙарға тиклем!

 

Сибай, 6 март.

✨✨✨
💐💐💐Себер яҡтарын яулап, Сибай театрына дан өҫтәп, “Әүлиә” спектакле тамашасыларын күпкә арттырып, имен-һау ҡайтыуығыҙ менән, хөрмәтле ижади коллектив!!!

Поделиться: