Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Башҡортостандың халыҡ артисы ӘБДРӘШИТОВА НУРЗИӘ ӘХМӘТ ҠЫҘЫНЫҢ юбилей бенефисы

IMG_4393

25 май, А.Мөбәрәков ис.Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә Башҡортостандың халыҡ артисы, театрыбыҙҙың популяр актерҙарының береһе НУРЗИӘ ӘБДРӘШИТОВАНЫҢ юбилей бенефисы булып үтте!

Юбилей хөрмәтенә арнап Т.Ғиззәттең “Башмағым” музыкаль комедияһы йәнә сәхнәгә ҡуйылды, был спектаклдә юбиляр яратып башҡарған ролдәренең береһе Йыһан образын сәхнәләштерҙе .

42 йылдан ашыу ғүмерен театрыбыҙға бағышлаған талантлы артисыбыҙҙың бенефисына уның ижадын яратыусы һәм хөрмәт итеүселәр, саҡырылған ҡунаҡтар, ижадташтары, туғандары һәм дуҫтары йыйылды.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән А.Мөбәрәков ис.Сибай дәүләт башҡорт драма театр директоры Ильнур Әбдрәшитов юбилярҙы тәбрикләп ҡотлау хатын уҡып ишеттерҙе һәм шулай уҡ үҙ исеменән күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте, театр сәнғәтенең үҫешенә индергән өлөшө өсөн рәхмәт белдерҙе.

Театр коллективы исеменән Башҡортостандың халыҡ артисы Зифа Баязитова сығыш яһаны һәм К.С.Станиславский исемендәге көмөш миҙал тапшырҙы. НУРЗИӘ ӘБДРӘШИТОВАНЫ күркәм юбилейы менән әлеге мәлдә хаҡлы ялда булыусы А.Мөбәрәков ис. Сибай дәүләт башҡорт драма театр директоры Дамир Ғәлимов, Сулпан балалар театры һәм Сибай концерт-театры берекмәһенең сәнғәт етәксеһе Денис Нурғәлин, дуҫтары, яҡындары һәм туғандары ҡотлап үттеләр.

Нурзиә Әхмәт ҡыҙы ҙур сәхнә һәләтенә эйә булған, һөйкөмлө һәм тормошто яратыусан кеше. Һәм был кис тә ул, үҙ сығышы менән тамашасыларҙы хайран ҡалдырҙы. Сәскә гөлләмәләре, йылы һүҙҙәр, һоҡланыу, ә иң мөһиме, көслө алҡыштар юбиляр өсөн иң яҡшы бүләк булды.

Поделиться: