Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллиндың 75 йәше айҡанлы үткәрелгән ижади юбилей кисәһе гөрләп үтте. Ике бүлектән торған тамашаның беренсе өлөшөндә Риф Ғәли улы тамашасылары алдында үҙенең сәхнәгә бағышланған тормошоноң йәш сағына әйләнеп ҡайтҡандай тойолдо. Әнғәм Атнабаевтың “Йәшлек менән осрашыу” поэмаһы буйынса ҡуйылған ностальгик характерҙағы моноспектакль күптәр өсөн хәтирәләр ебен һүтеүгә бәрәбәр булғандыр, аңлылар ҙа, нескә күңеллеләр ҙә нәфис һүҙҙең шул тиклем танһыҡ булыуына тағы бер тапҡыр инанғандыр.
Сараның икенсе өлөшөндә актерҙың тик бер театрға ғына бағышланған тоғро хеҙмәтенә байҡау яһалды, юбилярҙы Сибай ҡала хакимиәте вәкилдәре ҡотланы. Башҡортостан Театр эшмәкәрҙәре союзы исеменән уның идараһы рәйесе, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, актер Әхтәм Әбүшахманов юбилярҙы шәхсән тәбрикләргә килде. Сибай концерт-театр берекмәһе коллективы ла буш кәтмән менән килмәгән, “Салауат мираҫы” бейеүе дөйөм кәйефкә дәрт өҫтәне. Шулай уҡ Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет райондарынан килгән вәкилдәр бер-береһен уҙҙырып, ихласлыҡта көс һынашты, кисәне йәмләп, маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәнеләр. “Атайсал” гәзитенең баш мөхәррире Хәйҙәр Тапаҡовтың да юбилярға әйтер һүҙҙәре күп булды.
Юбилярҙың туғандарының, яҡындарының, балаларының, дуҫтарының, коллегаларының теләктәре бергә уҡмашып, бөгөнгө көндә яҙмыш тарафынан яҙылған сценарий буйынса актерҙың сираттағы матур спектакленә әйләнде!
Риф Сәйфуллиндың ижади юбилей кисәһе
