Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

ЯҢЫ СЕЗОН – ЯҢЫ МАҠСАТТАР

qlACWegdVrU

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 19 сентябрҙә үҙенең 92 – се ижад миҙгелен аса. Тамашасылар хөкөмөнә театр был көндө Я. Пулиновичтың “Һағыштарым тулы ғазаптарым…” мелодрамаһын тәҡдим ителәсәк. Быйылғы сезондың тәүге премьераһы – Нәжиб Асанбаевтың “Өҙөлгән өмөт” драмаһы. Әҫәрҙе сәхнәгә режиссер Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Сәлихйән Әфләтүнов сәхнәләштерә. Тамашасылар тарафынан ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан был драма беҙҙең театр сәхнәһендә беренсе тапҡыр 2001 йылдың декабрендә ҡуйылғайны. Бөгөн дә үҙ актуаллеген юғалтмаған был әҫәр ҡабат театрыбыҙ сәхнәһенә ҡайтырға хаҡлы. Әҫәрҙә атай һәм ул араһындағы мөнәсәбәттәр, эшһеҙлек һәм наркомания кеүек проблемалар үҙәк урынды биләп тора. Тап ошо әҫәрҙә тамашасылар “Нимә ул ысын мөхәббәт?” һәм “Ғаилә ҡиммәттәре нимә ул?” тигән мәңгелек һорауҙарға яуап табыр, тигән ышаныстабыҙ.

Сентябрь айында театр Ханты – Манси автономиялы округы – Юграға оҙайлы гастролдәргә сығасаҡ. 26 сентябрҙән 2 октябргә хәтлем Федоровский ҡасабаһында, Лангепас, Нефтеюганск, Когалым, Түбәнге Варта, Сорғот, Лянтор ҡалаларында йәшәгән милләттәштәребеҙ Талха Ғиниәтуллин әҫәрҙәре буйынса Наил Ғәйетбай инсценировкаһындағы “Тау артында ниҙәр бар?” кеше һәм заман тураһында хикәйәтте ҡарай аласаҡ.

Был сезонда театр сәхнәһендә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттарының сығышы ла көтөлә. “Ауыл уҡытыусыһы” тип аталған документаль драма (вербатим) уҡытыусылар тормошоноң ысынбарлығы хаҡында бәйән итәсәк. Яҙмышын мәктәп тормошо менән бәйләгән һәр кем студенттар сәхнәлә сағылдырған образдарҙа үҙҙәрен дә танырҙар, моғайын. Ә киләсәктә уҡытыусы һөнәрен һайларға уйлаған тамашасы иһә, беҙҙең йәмғиәттә был һөнәрҙең ни тиклем кәрәкле икәнен аңлар. Теүәл бер йылдан профессиональ театр сәхнәһенә аяҡ баҫасаҡ йәш таланттарҙы күрергә теләһәге театр яңылыҡтары менән танышырға онотмағыҙ.

Бынан тыш, Октябрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры “Һағыштарым тулы ғазаптарым…” мелодрамаһы һәм Флорид Бүләковтың “Их, күгәрсенкәйҙәрем! лирик комедияһы менән Өфө тамашасыларын ҡыуандырасаҡ. Бынан тыш, театр күрше Татарстан Республикаһы тамашасылары менән дә осрашмаҡсы.
2022 йылдың аҙағында иһә бәләкәс дуҫтарыбыҙға ҙур бүләк әҙерләнә – балалар өсөн сағыу тамаша көтөлә. Ғөмүмән, был сезон премьераларға бик бай булмаҡсы.

Сибай театрының тағы ла бер яңылығы – ул да булһа, был сезонда билдәле режиссер Булат Йосоповтың командаһы беҙҙә өр-яңы проект башлаясаҡ. Ниндәй проект? тигән һорауға яуапты театр тормошон даими күҙәтеп барған тамашасылар сезон башында уҡ табыр.
Театр үҙенең 92 – се миҙгелендә тағы ла бер тарихи битте асасаҡ – Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Зифа Баязитова менән Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Риф Сәйфуллин Сибай сәхнәһендә үҙҙәренең ярты быуатлыҡ хеҙмәтен – сәхнәләге 50 йыллыҡ юбилейҙарын ҡаршылаясаҡтар. Әйтергә кәрәк, бындай бай һәм күп йыллыҡ ижади дәүерҙе ҡаршылаған актерҙар республика театрҙары араһында бары өсәү генә һәм уларҙың икәүһе Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында хеҙмәт итә. Йәнә лә Риф Ғәле улы был сезонды юғары исем – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы дәрәжәһендә башлаясаҡ. Театрҙың уңыштары хаҡында һөйләгәндә Салауат Вәлиев менән Резида Сәфиуллинаның таланттары уҙған сезонда Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеме, ә Венер Сөнәғәтовтың Башҡортостандың халыҡ артисы исеменә лайыҡ булыуҙарын да әйтеп үтергә кәрәк. Яңы асылған сезонда ла артистарыбыҙ юғары исемдәр алып ҡыуаныр, тигән өмөттәбеҙ.

Шулай уҡ коллектив был сезонда яңы актерҙар менән дә тулыланды. Камил Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжын тамамлаған Юлиә Солтангәрәева, Айгөл Ғөбәйҙуллина һәм Юлиә Иҫәндәүләтовалар яңы сезонда беҙҙең театрҙа эш башланылар. Йәштәргә яңынан-яңы ижади үрҙәр, ҡабатланмаҫ ролдәр һәм, әлбиттә, тамашасылар һөйөүе теләйбеҙ.

Театр – кешелек донъяһын уйландырған, ғазапландырған, һоҡландырған мөғжизәле донъя. Ошо мөғжизәле донъя үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнай. Театр сәнғәте мәктәп һәм ғаилә менән бер рәттән үҫеп килгән йәш быуынға йәшәйеш ҡиммәттәрен дөрөҫ баһаларға ярҙам итә. Сибай театры был йәһәттән дә яҡшы эшмәкәрлек алып бара. Бөтә ғаилә менән ял сәғәттәрен бергә һәм файҙалы үткәрергә теләһәгеҙ беҙгә рәхим итегеҙ!

Яңы сезон – яңы маҡсаттар, яңы асыштар. Һәр маҡсаттың артында бәләкәйме – ҙурмы булыуына ҡарамаҫтан көндәлек хеҙмәт тора. Йәнә лә ошо хеҙмәтте баһалай белгән тоғро тамашасы кәрәк. Беҙҙең репертуарҙа булған һәр спектакль һеҙҙең күңелегеҙгә хуш килер, тип изге теләктә һеҙҙе театрыбыҙҙа көтөп ҡалабыҙ. Рәхим итегеҙ! Театр репертуары, гастролдәр, ижади яңылыҡтар менән һеҙ театрҙың сайтында таныша алаһығыҙ.

Гөлсәсәк Саламатова
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының әҙәби – драматик бүлеге етәксеһе

Поделиться: