Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Һөйөнсө, бәпес тыуҙы!

4LbhfIOBJgQ

🎉“ҺӨЙӨНСӨ, БӘПЕС ТЫУҘЫ!”🎉

Сабый тыуҙы! Ошонан да матурыраҡ яңылыҡ бармы икән донъяла?! Бәпес ҡайта өйгә, тимәк, ғаиләгә яңы йәм, шатлыҡ, бәхет өҫтәлә.

💐Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы ХАФИЗОВА ЗӘЛИӘ ИСХАҠ ҡыҙы һәм уның тормош иптәшен улдары тыуыуы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Төклө аяғың менән тибеҙ бәләкәскә.
Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты ,
Өйөбөҙҙә ҡояш ҡалҡты:
Аҡ биләүҙә серле йомаҡ,
Илауы ла моңло һымаҡ.
Бәпес ҡайтты, бәпес ҡайтты ,
Мәшәҡәт һәм шатлыҡ артты.
Башлана бер яңы ғүмер.
Ниҙәр белер, ниҙәр күрер?!
Күҙкәйҙәре – ике сатҡы,
Үтер юлы булһын яҡты.
Тыуған өйгә, тыуған ергә
Хужа булып бәпес ҡайтты.
Бәхетле, тәүфиҡлы сабый булһын, ата-әсәһенә изгелекле, оҙон ғүмерле, иманлы бала булһын! Ринат менән Зәлиәгә бәхетле атай-әсәй булып, балаларына матур тәрбиә биреп, иҫәнлектә-һаулыҡта, таҙалыҡта-байлыҡта ғүмер кисерергә яҙһын!

Поделиться: