Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Пластический спектакль “Память в объятиях моих”

Пластический спектакль
Спектакль на русском языке, перевод на башкирский не осуществляется
Для зрителей старше 12 лет

Спектаклдең авторы һәм ҡуйыусы-режиссеры Залина Усманова

Ролдәрҙә:

Нәфис Сәйетов
Юлиә Мөхәмәтйәнова
Юлдаш Ҡолмөхәмәтов
Яҙгөл Ниғмәтуллина
Айгөл Ғөбәйҙуллина
Юлиә Иҫәндәүләтова
Юлиә Солтангәрәева
Арыҫлан Хәмитов
Руслан Ходаков

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры пластик спектакль әҙерләй. Театр тарихында тәүге тапҡыр! Әҙерлек нисек барыуы, был аҙымға нимә этәреүе тураһында һөйләүен һорап спектаклдең ҡуйыусы-режиссеры Залина Усмановаға мөрәжәғәт иттек:
– Театр сәнғәте бер урында тормай, ул үҫешә, яңынан-яңы жанрҙар килеп сыға. Элек, мәҫәлән, импровизация алымдары йыш ҡулланылған, йәғни, актерға йүнәлеш бирелә лә, артабан ул импровизация менән уйнап алып китә. Хәҙер ана шундай онотола барған жанрҙар ҡулланылған спектаклдәр кире ҡайта башланы – донъя буйынса ла, Рәсәй театрҙарында ла. Тамашасылар бер үк драма, трагедия, комедияларҙан ялҡты. Мәҫәлән, бейеү, йыр булған сәхнәләрҙе улар ихлас ҡарайҙар, шиғыр һөйләй башлаһаң, һирәктәр генә тыңлай, монологтар ваҡытында күптәр иғтибар туплай алмайҙар. Шуға күрә бөгөнгө көндә пластик спектакль үтемлерәк, тигән фекерҙәмен. Актерҙар һөнәри белем алған саҡта сәхнә хәрәкәте, ритмика, бейеү буйынса дәрестәр ала. Сәнғәт академияһында уҡығанда үҙем дә шундай дәрестәрҙе ярата торғайным. Театрға эшкә килгәс тә һағына торғайным, сөнки ул һәләт яйлап юҡҡа сыға башлай. Актерҙарҙың бындай мөмкинлеге ҡайһы бер спектаклдәрҙә генә ҡулланыуы ихтимал, дөйөм алғанда, юҡ кимәлендә, улар ҡата, төрлө трюктарҙы онота башлай. Сибай колледжында сәхнә хәрәкәте буйынса уҡыта башлағас, ошо турала йыш уйлана торғайным һәм студенттарым менән пластик спектакль әҙерләнек. Беҙ уны 9 майҙа Еңеү байрамына “Сулпан” балалар театрында ҡуйҙыҡ. Шунда балаларҙың шым ғына, телефондарына әүрәмәй сәхнәләге хәрәкәттәрҙе ихлас ҡарап ултырыуҙарына ҡыуанғайным. Бына нимә кәрәк икән балаларға, тигән фекер ҙә яңғырағайны, сөнки сәхнәлә барған ваҡиғаларҙы улар һүҙһеҙ ҙә аңлап ҡабул иттеләр. Театрҙа режиссер булып эшләй башлағас та ошо илаһи мәл күңелдә һаҡланып килде. Пушкин карталары буйынса мәктәп уҡыусыларын, студенттарҙы театрға әйҙәй башлағас, пластик спектакль ҡуйыу хыялы тағы уянды һәм театр етәкселегенә тәҡдим иттем. Беҙҙә әле пластик спектакль ҡуйылғаны юҡ. Йәш актерҙарға уйымды еткергәс, уларҙың ҡыуаныстарын күреп, уртаҡ теләк менән булған мөмкинселектәрҙе ҡулланып эш башланыҡ. Спектаклдең хореографы ла, сценографы ла үҙем, көйҙәрҙе Рәмил Әминев менән бергәләп һайлайбыҙ, төрлө тауыштар ҡулланабыҙ. Хәрәкәттәр һәм музыка аша сәхнәлә нимә барғанын тамашасыға алып барып еткерербеҙ, тип уйлайым. Спектаклдең йөкмәткеһе һуғыш осорондағы кешеләрҙең яҙмышы тураһында. Беҙ донъяға тыуабыҙ, үҫәбеҙ, ниндәйҙер маҡсаттар менән йәшәйбеҙ, әммә алда ни булырын белмәйбеҙ. Хәҙерге заманды алғанда, мәҫәлән, донъяның шулай кинәт үҙгәреүен белдекме? Юҡ, әлбиттә! Ваҡиғалар Бөйөк Ватан һуғышы осоронда бара. Бер-береһенә ғашиҡ булып, татлы уй-хыялдар менән йәшәгән егет-ҡыҙҙарҙың тормошон һуғыш селпәрәмә килтерә. Егеттәр, әлбиттә, һуғышҡа китә, ҡыҙҙар оҙаталар, аҙаҡ эвакуация, ҡорбандар, пленға эләгеүҙәр – бөтәһе лә була. Бында һуғыш үҙе түгел, ә кешеләрҙең һуғыш осорондағы яҙмышы күрһәтеләсәк. Беҙҙе халыҡсан театр, тиҙәр. Тамашасыларыбыҙҙың зауығы ла шундай. Театрҙы үҫтереү, йәш тамашасылар йәлеп итеү өсөн яңы формалар эҙләү – төп маҡсатым –театр былай ҙа була икән, тиһендәр.

Радик ӨМӨТҠУЖИН – театрҙың әҙәби-драматик бүлек етәксеһе.

Создатель: Залина Усманова
Режиссёр-постановщик Залина Усманова
Коллектив: Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
в помещении Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
Фото с представления Фото с представления Фото с представления Фото с представления
Поделиться: