Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“Өҙөлгән өмөт”

Драма
Спектакль на башкирском языке, осуществляется синхронный перевод на русский язык
Для зрителей старше 16 лет

Нәжиб Асанбай (Николай Васильевич Асанбаев) – Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, драматур. Уның ижады башҡорт драматургияһын үҫтереүгә тос өлөш индереү менән бер рәттән,  республика театрҙары репертуарҙарын байытыуҙа ла ғәйәт ҙур роль уйнаны. Н. Асанбаев әҫәрҙәре уҙған быуаттың 50- се йылдары уртаһында Башҡортостандың театр сәхнәләрендә ҡуйыла башланы һәм бөгөнгө көндә төрлө жанрҙа ижад ителгән әҫәрҙәре үҙ актуаллеген юғалтмай.

Быйылғы сезонда А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында  Нәжиб Асанбаевтың “Өҙөлгән өмөт” драмаһын ҡабаттан сәхнәгә ҡуйыу иғтияжы бар. Әҫәр 2001 йылдың 19 декабрендә ҡуйылып, тамашасылар тарафынан бик йылы ҡабул ителде, сөнки был әҫәр хәҙерге көнкүреш драмаһының художество-эстетик кимәлен билдәләй. Художестволы фекерләүҙең объекты булып бөгөнгө тормош үҙе сығыш яһай: эшһеҙлек, наркомания, эскелек. Был социаль-көнкүреш драмала атай һәм ул араһындағы һалҡын мөнәсәбәттәр, ир менән ҡатын араһында конфликттар ярылып ята. Н. Асанбаев әҫәрендә ошо проблемаларҙы күтәреп ата-әсәгә төп иғтибарҙы балаларға йүнәлтеү кәрәклеге хаҡында иҫкәртә. Наркоманияның, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илдең төп проблемаһына әйләнеп китеү ҡурҡынысы ла янай. Уның бары тик һәләкәткә генә илтәсәген иҫкәртеү, үҫеп килгән йәш быуынды ҡурсалау – театр сәнғәте аша атҡарылырға тейеш.

  • Әҫәрҙе сәхнәгә ҡуйыусы режиссер – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре С.Ғ.Әфләтүнов
  • Рәссамы – Рәсәй Федерацияһының һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре В.Б. Яшкулов
  • Музыкаль яҡтан биҙәүсе – Т.М.Әхмәтйәнов
  • Сәхнә хәрәкәттәрен ҡуйыусы, хореограф – З.В.Усманова

Ролдәрҙә:

  • Рәфил – Айбулат Ғүмәров
  • Рәүзәлә – Резеда Сәфиуллина, Башкортостандың атҡаҙанған артисы

               – Әлфирә Ғәлләмова, Башкортостандың атҡаҙанған артисы                     

  • Искәндәр – Альберт Салауатов, Башкортостандың атҡаҙанған артисы

Вадим Ғилманов

  • Лира – Яҙгөл Хәлисова, Юлиә Иҫәндәүләтова
  • Рамаҙан – Илгиз Әбдрәшитов, Нәфис Сәйетов
  • Алһыу – Юлиә Солтангәрәева, Айгөл Ғөбәйҙуллина
  • Ғәтифә – Айгөл Зәйнуллина
  • Күмәк сәхнәләрҙә – театр артистары

 

 

Создатель: Нажиб Асанбаев
Режиссёр-постановщик Салихьян Афлятунов
Коллектив: Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
в помещении Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
Поделиться: