Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“ШАХТЕР”

Драма
Спектакль на башкирском языке, осуществляется синхронный перевод на русский язык
Для зрителей старше 12 + лет

Спектакль шахтерҙың ғаилә мөнәсәбәттәре хаҡында. Уйламай әйтелгән һүҙҙәр һәм ғәмәлдәр бөтә донъяны емереп, бәхетте юҡҡа сығара. Бәхет өсөн күпме кәрәк икән ул?

Спектаклде Сибай театры режиссеры Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Р. Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Дамир Ғәлимов ҡуя.

«Пьеса тәү ҡарамаҡҡа ябай тойола, әммә асылда ул ҡатмарлы  драма. Шуныһы менән дә иғтибарҙы йәлеп итте. Унда шахтер ғаиләһендәге мөнәсәбәттәр, ғөмүмән, хәүефле производствола эшләгән кешеләрҙең тормошо сағылдырыла. Тамашасыларға шахтер һөнәренең ни тиклем ауыр һәм кәрәкле икәнлеген күрһәткебеҙ килә», – ти режиссер Дамир Мәжит улы.

Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты Баныу Ҡаһарманова таусылар ҡалаһы театры менән тәүге тапҡыр ғына хеҙмәттәшлек итмәй. Былтыр пандемия осоронда сибайҙар уның пьесаһы буйынса «Их, йәшәүҙәре рәхәт!» комедияһын тәҡдим ите.

«Һәр әҫәрем йөрәк аша үтә, әммә “Шахтёр” ижадымда айырым урын алып тора. Пьеса ябай шахтёр ғаиләһе тураһында. Ләкин ир менән ҡатындың мөнәсәбәттәре һәр ғаиләгә ҡағылған кеүек – ваҡиғаларҙа тормош сағылған. Мин һәр геройымды, улар ниндәй булһа ла, яратам. Тамашасылар ҙа уларҙы аңлар, үҙ итер, тип уйлайым», – ти драматург.

Спектаклдең үҙенсәлекле биҙәлеше өҫтөндә Сибай театрының яңы баш рәссамы – Рәсәйҙең һәм Ҡалмыҡ Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Татарстандың театр сәнғәте өлкәһендәге «Тантана» дәүләт премияһы лауреаты Валерий Яшкулов эшләй.

Көйҙө ситтән саҡырылған композитор Илсаф Вәдүтов ижад итә.

Ролдәрҙә: Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова, Венер Сөнәғәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Әлфирә Ғәлләмова, Салауат Вәлиев, артистар Зәлиә Хафизова, Залина Усманова, Юлиә Мөхәмәтйәнова.

 

 

 

Создатель: Бану Кагарманова
Режиссёр-постановщик Дамир Галимов
Коллектив: Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
в помещении Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
Фото с представления Фото с представления Фото с представления Фото с представления Фото с представления
Поделиться: