Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“ИХ, ЙӘШӘҮҘӘРЕ РӘХӘТ! ..”

комедия
Спектакль на башкирском языке, осуществляется синхронный перевод на русский язык
Для зрителей старше 12+ лет

24 апрелдә 19:00 сәғәттә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында БАССР-ҙың һәм РФ-тың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимовтың 80 йәшлек юбилейына арнап, Баныу Ҡаһарманованың “Их, йәшәүҙәре рәхәт! Йәки айғырыңдың ҡабырғаһы!” комедияһы буйынса спектакль күрһәтелә. Рәхим итегеҙ!

Күңелле, позитив тамашанан ситтә ҡалмағыҙ, дуҫтар!

Бер көнө егет торлаҡ фатир эҙләп табып, “вконтакте” селтәрендә танышҡан ҡыҙы менән осрашырға ниәт ҡылып әҙерләнеп йөрөй. Әммә ҡыҙҙан бер-ике минут алда фатирҙың хужабикәһе килеп, пландарҙы бөтөнләй селпәрәмә килтерә. Минут һайын осрашыуҙың уңышлы тамамланыуына өмөт һүнгәндән һүнә бара. Был романтик кисә нисек тамамланыр…

  • Ҡуйыусы режиссер һәм ҡуйыусы рәссам – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов.
  • Композитор – Илсаф Вәдүтов.
  •  Балетмейстер –Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
  •  Ролдәрҙә:

ЗАҺИР  –   МОРАТ   АМАНТАЕВ

МӘФРҮЗӘ – Башҡ. атҡ. арт. АЙГӨЛ  ХӘҠИМОВА,  ЗӘЛИӘ  ХАФИЗОВА

АЗАЛИЯ – НӘФИСӘ МӘЗИТОВА

ТАЙФУР  –  Башҡ. атҡ. арт. АЛЬБЕРТ  САЛАУАТОВ

ВӘСИЛӘ –  Башҡ. халыҡ арт. РӘМИЛӘ ХОҘАЙҒОЛОВА, АЙГӨЛ  ЗӘЙНУЛЛИНА

 

 

Матбуғатта: Был донъяла йәшәүҙәре рәхәт…

Тәүге ҡоймаҡ төйөрлөмө?

Сибай артистары “Рәхәт”те рәхәтләнеп уйнай

Создатель: Бану Кагарманова
Режиссёр-постановщик Дамир Ғәлимов
Коллектив: Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
в помещении Сибайского госбашдрамтеатра им. А.Мубарякова
Поделиться: