Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

«Батырҙарҙы данлар илем бар»

mJzNnZ2gCLc

ДУҪТАР! РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
БЕҘҘЕҢ ТЕАТР СӘХНӘҺЕНДӘ!

25 – 26 сентябрҙә Сибай концерт-театр берекмәһе яңы ижад миҙгелен республикабыҙҙың 100 йыллығына арналған «Батырҙарҙы данлар илем бар» исемле музыкаль драма менән аса. Илһөйәр рух менән һуғарылған, тәрән мәғәнәле, бай йөкмәткеле концерт программаһында Башҡортостандың азатлыҡ өсөн көрәш юлы, халҡыбыҙ тарихы, милләт яҙмышы сағылдырыла.

«Сулпан» балалар театры һәм Сибай филармонияһы артистары тыуҙырған образдар, йыр-бейеүҙәр аша илебеҙҙең батыр улдарына дан йырлана.

Тамаша «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» – «Театр балаларға» федераль проекты буйынса донъя күрәсәк.

Музыкаль драманың авторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Наил Ғәйетбаев,
режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов,
композиторы – Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Нур Дауытов,
балетмейстеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Сулпан Асҡарова,
ҡуйыусы рәссамы – Рөстәм Баймөхәмәтов,
костюмдар буйынса рәссам – Айгөл Байрамғолова.

ТАМАШАЛАРҒА РӘХИМ ИТЕГЕҘ!

Поделиться: