Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

91-СЕ ТЕАТР МИҘГЕЛЕ ТАМАМЛАНДЫ!

LssFEsCAPd0

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры үҙенең 91- се ижад миҙгелен уңышлы тамамланы. Сезон театрҙың 90 йыллыҡ юбилейына арналған тамашанан башланды. 2021 йылдың 27 сентябрендә Сибай актерҙарын ҡотлау өсөн мәртәбәле ҡунаҡтар һәм тоғро тамашасыларыбыҙ юбилей байрамына йыйылдылар. 1931 йылдың июнендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында төҙөлгән беҙҙең театр халыҡ традицияларын һаҡлаған, бер-нисә быуын драматургтар тәрбиәләгән, үҙ йөҙө, үҙ асылы булған, милли сәнғәтте үҫтереүҙәр фиҙәкәр хеҙмәт күрһәткән республиканың иң билдәле театрҙарының береһе.

Сезон премьераларға бай булыуы менән дә тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Театр тарихында беренсе тапҡыр Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллиндың әҫәре ҡуйылды. Яҙыусының “Тау артында ниҙәр бар?” исемле автобиографик повесы буйынса Наиль Ғәйетбай инсценировкаһындағы “Кеше һәм заман тураһындағы хикәйәт”те режиссер Азат Нәҙерғолов сәхнәләштерҙе. Талха Ғиниәтуллиндың был әҫәре “АРТылышFEST” республика театр фестивалендә ҡатнашты. Ошо уҡ спектакль 27-28 майҙа Өфө ҡалаһында үткән “Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе” сараһында төп ҡунаҡтарҙың береһе булды.

Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Нәҙерғолов беҙҙең сәхнәлә тағы ла бер әҫәрҙе Флорид Бүләковтың “Их, күгәрсенкәйҙәрем” лирик комедияһын ҡуйҙы. Премьера 21-22 февраль көнө үтте.

Бынан тыш, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Дамир Ғәлимов Баныу Ҡаһарманованың “Шахтер” драмаһы сәхнәләштерелде. Әйтергә кәрәк, был драма Б.Ҡаһарманованың беҙҙең театрҙа ҡуйылған икенсе әҫәре.

Режиссер Вадим Ғилманов тамашасылар хөкөмөнә А.Вампиловтың “Өлкән улым” комедияһын тәҡдим итте.

91- се ижад миҙгелен Сибай театры тағы ла бер премьера менән яба. Ул да булһа, буйынса Башҡортостан Республикаһының Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Зөһрә Бураҡаева инсценировкаһында Д.Юлтыйҙың “Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы” әҫәре. Режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рөстәм Хәкимов.

Театрҙың ҡыуаныслы мәлдәренән тағы ла шуны әйтергә кәрәк. Был сезонда дүрт актерыбыҙ театр сәнғәте өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн оло наградаларға эйә булдылар: Юнир Ғәйнуллин һәм Венер Сөнәғәтов “Башҡортостандың халыҡ артисы” исеменә, Салауат Вәлиев менән Резеда Сәфиуллина “Башҡортостандың атҡаҙанған артисы” исемен алдылар.

Театр бөгөнгө көнгә ышаныс менән ҡарай. Иртәгәһен хәстәрләп йәшәй. Үткәндәрен онотмай. Сезон барышында театрыбыҙға нигеҙ һалған һәм һуғыш осоронда уның директоры булып эшләгән Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Ғәшиә Абыҙғилдинаға һәм театрҙа бер-нисә быуын артистар тәрбиәләгән билдәле режиссер, Рәсәйҙең атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Фәтхелислам Ғәләүетдиновҡа таҡтаташтар асылды.

Бынан тыш, театр республика һәм сит өлкә тамашасыларын үҙенең бай репертуары менән таныштырып тора, уңышлы гастролдәр яһай. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры һәр ваҡыт үҙенең тамашасыларын көтөп ҡала. Бәләкәс тамашасыларыбыҙҙы ла һәр ваҡыт ҡыуандырырға әҙербеҙ. Улар ҡарамағына төрлө тематик йүнәлештәге театрлаштырылған тамашалар, әкиәттәр тәҡдим итәбеҙ.

Әҙәби-драматургия бүлеге Саламатова Г.Д.

Поделиться: