Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Яңы, 2024 йылға күп ваҡыт ҡалманы. Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә шыршы байрамдары башлана. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары бөгөн Әбйәлил районы Гусев ауылы балаларына “Карамбули – карамбаба” – так велит Ягуля – Баба!” әкиәтен күрһәтеп ҡыуандырҙылар. Әлбиттә, шыршы тирәләй йыр-бейеүҙәр менән тамамланды матур осрашыу. Тылсымлы байрамдар театрыбыҙҙа 30 декабргә тиклем дауам […]

Һәр һүҙҙең мәғәнәһе, һәр есемдең исеме бар. Был ғәҙәти хәл. Шулай булған, буласаҡ. Исем есемгә бәҫ өҫтәй, матурлай, йәшәйешенә мәғәнә бирә. Ә һеҙ иғтибар иткәнегеҙ бармы, ҡайһы бер театрҙар ҙа кемдеңдер исемен йөрөтә. Мәжит Ғафури исемен йөрөткән академия театрыбыҙ бар, Йәштәр театры Мостай Кәрим исемен йөрөтә. 2022 йылдың октябрендә, бер йыл элек кенә Стәрлетамаҡ драма […]

2019 йылдың 14 декабрендә Республика Башлығы Р.Ф. Хәбировтың указына ярашлы Башҡорт теле көнө исеме аҫтында тарихҡа ингән мәғәнәле ваҡиға йәшәүен дауам итә. Туған теленә тоғро башҡорт халҡы барҙа ул йәшәйәсәк. Ә беҙҙең, халыҡ шағиры Рәми Ғарипов әйтмешләй, эшләргә лә, йәшәргә лә хаҡыбыҙ бар, сөнки ерҙә һөйгән йәрҙәй халҡыбыҙ бар! Башҡорт теле көнө тәрән мәғәнәле Ҙур […]

❄Ҡәҙерле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Яңы йыл байрамына әҙерлек күптән бара. Бәләкәй дуҫтарыбыҙ өсөн ✨тылсымлы әкиәт-спектакль әҙерләнә. Быйыл беҙ һеҙҙе 🎄“Карамбули – карамбаба” – так велит Ягуля – Баба!” исемле мауыҡтырғыс спектакль менән ҡыуандырасаҡбыҙ. Һеҙгә таныш әкиәт персонаждары 🎭театр сәхнәһенә сығасаҡ. Мәскәй әбей менән яуыз Кощей Ҡыш […]

📣ИҒТИБАР, СПЕКТАКЛЬ АЛМАШТЫРЫЛА📣 Төп геройҙы уйнаусы актерҙың ауырыуы сәбәпле, “Фронтовичка” спектакле урынына “Һинән – фатир, минән -ир” комедия-гротеск ҡуйыла. Башлана 19.00 сәғ. Саҡырыу ҡағыҙҙары һәм билеттар ғәмәлдә ҡала. Билеттарҙы кире ҡайтарырға, йәки икенсе тамашаға алмаштырырға мөмкин.

Хөрмәтле театр һөйөүселәр! А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 5 декабрь, 19:00 сәғәттә «Әлдермештән Әлмәндәр» комедияһын (Т.Миңнуллин, реж.Д.Нурғәлин), 12+ ҡарарға саҡыра. Татар классигы Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” әҫәре бихисап театр сәхнәләрендә ҡуйылған. Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры Денис Нурғәлиндың был пьесаға тотоноуо бушҡа түгелдер. Заманы шундай: йәшәү менән үлем тураһында бөгөнгө […]

Театрҙарҙың эшмәкәрлеге премьераларҙан ғына тормай. Әлбиттә, һәр премьера ижади эш, ул күп кешеләрҙең хеҙмәтенән донъяға ярала, бик күп күңел көсөргәнеше талап итә. Яңы тыуған бала бишектә ятыр өсөн тыумағандай, спектаклдәр ҙә йәшәргә, үҙенең барлығын, көсөн иҫбат итергә, тамашасыһы менән күҙмә-күҙ осрашыр өсөн сәфәргә сығырға тейеш. Кем ярҙам итә, кем етәкләп алып йөрөй яңы тыуған бала-спектаклде? […]

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Яңы йыл байрамына әҙерлек бик әүҙем бара. 22 декабрҙән 29 декабргә тиклем студенттарҙы һәм өлкән класс уҡыусыларын йәштәрсә уйын-дискотекаға саҡырабыҙ! Дәртле музыка,  популяр хиттар, профессиональ артистар һәммәгеҙҙе лә байрамса кәйеф донъяһына солғар. Төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы конкурстар, Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуҙың бүләктәре Һеҙҙе көтә! т. 89373504582

Башҡортостан Республикаһының Театр эшмәкәрҙәре союзы ҡарамағындағы йәштәр советының йомғаҡтары буйынса Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы СӘЙЕТОВ НӘФИС УРАЛ улы “Бер үҙе өсәүҙәй” номинацияһында еңеүсе тип танылды. Был награда уға башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре Дауыт Юлтыйҙың “Әлимә, йәки Мырҙаш ҡарт туйы” повесы буйынса Зөһрә Бураҡаева инсценировкаһындағы спектаклдә Әсхәл, Мулла һәм Имәнғол […]

Ҡәҙерле балалар! Атай-әсәйҙәр! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Яңы йыл байрамына әҙерлек күптән башланды. Һеҙҙең өсөн, бәләкәй тамашасыларыбыҙ, тылсымлы әкиәттең спектакле әҙерләнә. Быйыл һеҙҙе “Карамбули-карамбаба”, так велит Ягуля-Баба!” исемле әкиәт менән ҡыуандырасаҡбыҙ. Был спектаклдә һеҙгә күптән таныш персонаждар ҡатнаша. Мәскәй әбей менән Үлемһеҙ Кощей Ҡыш бабайҙың тылсымлы таяғын урлап, боҙоҡлоҡ ҡыла алырҙармы […]

28 ноябрь 19-00 сәғәттә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәй хәрбиҙәренә ярҙам итеү йөҙөнән хәйриә концерты ойошторола. Тамашаға килгән һәр кем үҙенең актив гражданлыҡ позицияһын күрһәтәсәк, сөнки бергә булыу, һуғышсыларҙың хәрби рухын күтәреү бик мөһим, тик берҙәмлек менән генә Еңеүгә өлгәшәсәкбеҙ. Сибай концерт-театр берекмәһе артистары, рус йырҙарын […]

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының ике төркөмө Башҡортостандың төньяҡ райондарына сәфәргә сыҡты. Беҙҙең театрҙың ижадын яратыусы дуҫтарыбыҙҙы Флорид Бүләковтың “Их, күгәрсенкәйҙәрем!” лирик комедияһы менән 13 ноябрҙә Нефтекама дәүләт филармонияһында, 14 ноябрҙә Ағиҙел ҡалаһы спорт һәм ял үҙәгендә, 15 ноябрҙә Яңауыл ҡалаһы мәҙәни-ял үҙәгендә, 16 ноябрҙә – Туймазы дәүләт татар драма театрында һәм […]

Хөрмәтле театр һөйөүселәр! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ноябрь гастролдәре тамашаларына саҡыра. Спектакль бик актуаль тема күтәрә, ул да булһа — наркомания, суицид. Ғалим ғаиләһендә үҫкән Рәфил мәктәпте тамамлағас, эш таба алмай интегә. Әрмегә ата-әсәһе ебәрергә теләмәй. Уйламағанда ул Лира менән таныша һәм «күңелле тормош» башлана… Өмөт өҙөлә… Шуға ла спектакль «Өҙөлгән […]

Хөрмәтле театр һөйөүселәр! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ноябрь гастролдәре тамашаларына саҡыра. Нәжиб Асанбаевтың “Өҙөлгән өмөт” драмаһы, 16+ 13 ноябрь – Дыуан районы Мәсәғүт 14 ноябрь- Мәсетле районы Оло Ыҡтамак 15 ноябрь – Балаҡатай районы Яныбай 16 ноябрь – Салауат районы Малаяҙ 17 ноябрь – Салауат районы Арҡауыл 18 ноябрь – Дыуан […]

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә 23 ноябрь, 19.00 сәғ. Республика hәм халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаты, популяр йырсы Айнур Туҡтаев “Әсәй йәшә мәңге донъяла” тип исемләнгән соло концертын тәҡдим итә. Концертта Сибай институтының Вокал студияhы студенттары, “Ете ырыу” халыҡ бейеү ансамбле, “Эдельвейс” өлгөлө бейеү ансамбле, шулай уҡ популяр йырсы Ян Лира, Ильяс hәм Зөлмәрә Ҡарабулатовтар ҡатнаша. […]

Ҡәҙерле дуҫтар! Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән тәбрикләйбеҙ! Башҡортостан төрлө милләт һәм дин вәкилдәренә уртаҡ йорт булып ҡалһын! Беҙҙең маҡсат – быуындар бәйләнешен һаҡлау, йәштәр күңелендә Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, уның мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер булыу. Халыҡтар берҙәм булһа, ил дә көслө булыр! Республиканың барлыҡ халҡына һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләйбеҙ!

Элегерәк, бала һәм йәш саҡта, 50 йәшлек гүзәл заттарға оло инәйгә ҡарағандай ҡарай инек… Әллә яңылышҡанбыҙ, әллә замана үҙгәреп, кешеләр йәшәрә барамы? Бөгөн ошо ҡараш, ошо фекерҙе дәлилләне Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова. Алтын йәшен тултырып сәхнәгә сыҡҡан актрисаға ҡарап һис кенә лә 50-не биреп булмай. Уның юбилей сараһы ла “Күңел ун етелә, йөрәк – […]