Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Хөрмәтле театр һөйөүселәр! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ноябрь гастролдәре тамашаларына саҡыра. Нәжиб Асанбаевтың “Өҙөлгән өмөт” драмаһы, 16+ 13 ноябрь – Дыуан районы Мәсәғүт 14 ноябрь- Мәсетле районы Оло Ыҡтамак 15 ноябрь – Балаҡатай районы Яныбай 16 ноябрь – Салауат районы Малаяҙ 17 ноябрь – Салауат районы Арҡауыл 18 ноябрь – Дыуан […]

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә 23 ноябрь, 19.00 сәғ. Республика hәм халыҡ-ара йыр конкурстары лауреаты, популяр йырсы Айнур Туҡтаев “Әсәй йәшә мәңге донъяла” тип исемләнгән соло концертын тәҡдим итә. Концертта Сибай институтының Вокал студияhы студенттары, “Ете ырыу” халыҡ бейеү ансамбле, “Эдельвейс” өлгөлө бейеү ансамбле, шулай уҡ популяр йырсы Ян Лира, Ильяс hәм Зөлмәрә Ҡарабулатовтар ҡатнаша. […]

Ҡәҙерле дуҫтар! Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән тәбрикләйбеҙ! Башҡортостан төрлө милләт һәм дин вәкилдәренә уртаҡ йорт булып ҡалһын! Беҙҙең маҡсат – быуындар бәйләнешен һаҡлау, йәштәр күңелендә Тыуған илгә һөйөү тәрбиәләү, уның мәнфәғәттәрен яҡларға әҙер булыу. Халыҡтар берҙәм булһа, ил дә көслө булыр! Республиканың барлыҡ халҡына һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләйбеҙ!

Элегерәк, бала һәм йәш саҡта, 50 йәшлек гүзәл заттарға оло инәйгә ҡарағандай ҡарай инек… Әллә яңылышҡанбыҙ, әллә замана үҙгәреп, кешеләр йәшәрә барамы? Бөгөн ошо ҡараш, ошо фекерҙе дәлилләне Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимова. Алтын йәшен тултырып сәхнәгә сыҡҡан актрисаға ҡарап һис кенә лә 50-не биреп булмай. Уның юбилей сараһы ла “Күңел ун етелә, йөрәк – […]

Халыҡтың кибербелем кимәлен күтәреү маҡсатында Рәсәй Банкы мәғлүмәт-ағартыу материалдары әҙерләгән, уларҙы түбәндәге һылтанма буйынса ҡарарға була: https://disk.yandex.ru/d/ju-52sM455e19g. Белемле булығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ.

Ҡәҙерле дуҫтар! 3 ноябрь 18.00 сәғәттә А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Айгөл Хәкимованың «Күңел – ун етелә, Йөрәк -ун һигеҙҙә. Ғүмер үткәнлеге һиҙелмәй…» исемле ижади юбилей кисәһенә саҡыра. Программала спектаклдәрҙән өҙөктәр, йыр-бейеү буласаҡ. Тамашала актрисаның коллегалары тулы составта ҡатнашасаҡ. Билеттар театр кассаһында һәм сайтта һатыла: https://sibaidramteatr.ru/творческий-вечер-в-душе-сем.. Рәхим итегеҙ!

Мария менән Матвейҙы һуғыш таныштыра. Һуғыш бөткәс, Матвей госпиталдә ҡала, ә Мария һәйгән йәренең тыуған яғына – уның әсәһе янына ҡайта. Һәм, әлбиттә, һөйгәнен көтә. Тик Матвей кәләш эйәртеп ҡайтып төшә… Нимә менән тамамланыр был хәл? СӘХНӘГӘ “ФРОНТОВИЧКА” СЫҠТЫ СӘХНӘГӘ “ФРОНТОВИЧКА” СЫҠТЫ Эйе, 20 октябрҙә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһенә сығарылған […]

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында тулы аншлаг менән Анна Батуринаның «Фронтовичка» драмаһы буйынса ҡуйылған спектакль премьераһы булып үтте! Тамаша “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте” проекты сиктәрендә ҡуйылды. Тамашасыларыбыҙҙы, артистарыбыҙҙы, художестволы-ҡуйыу төркөмөн ысын күңелдән ҠОТЛАЙБЫҘ! Барыбыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар, әҫәргә оҙон-оҙаҡ уңышлы прокат теләйбеҙ! Спектаклде Ш.Бабич ис.дәүләт республика йәштәр […]

14 НОЯБРЯ / 19.00/ ГАСТРОЛИ САЛАВАТСКОГО БАШДРАМТЕАТРА в СИБАЕ / на сцене СГБТД им. А.Мубарякова Х. Габитов “Ынйыкай и Юлдыкай” (поэтическая драма,12+). Речь идет о двух влюбленных: о юноше по имени Юлдыкай и девушке Ынйыкай. Юлдыкай – выходец из простой семьи, он батрачил до 12 лет, затем начал заниматься охотой. Ынйыкай – дочь бая. Отец […]

Гастроли Салаватского государственного башкирского драматического театра в Сибае 🎭 13 ноября в 19.00 на сцене СГБТД им. А. Мубарякова будет представлена трагикомедия “ХОРОШАЯ ДЕВОЧКА ЛИДА” по одноименной пьесе Андрея Ивашкина (12+). Хорошая девочка Лида становится жертвой травли одноклассников, которая продолжается несколько лет. По мнению девочки, по их вине погибает ее отец… В 13 лет экстерном […]

Cпектакль бер көндә тыумай. Иң тәүҙә пьеса кәрәк, артабан ролдәр бүленә, репетициялар башлана, декорация, костюмдар һәм башҡаһы. Тәү ҡарамаҡҡа ваҡ тойолған һәр деталь мөһим. Әле Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ошондай хәстәр менән йәшәй. Билдәле режиссер Илсур Юлай улы ҠАҘАҠБАЕВ Анна Батуринаның “Фронтовичка” пьесаһы буйынса спектакль әҙерләй. Эш барышы тураһында һорашып, уға […]

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы уңышлы үтте. Былай тип рәсми телдәге тапалған һүҙҙәр менән әйтеү бер нәмә лә әйтмәүгә тиң. Шәп үтте, уңышлы үтте, тиһәң дә, аҙ һымаҡ. Ысын! Күңелдә тулышҡан хистәрҙән арынып, теүәл фекергә килеүе лә ауыр. Ҡыҫҡаһы, бөтәһе лә шәп: декорация […]

Хөрмәтле театр һөйөүселәр! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры яңы, 93-сө ижад миҙгеленең сентябрҙәге тамашаларына саҡыра! 19, 20 сентябрь, 19.00 сәғ. – Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” комедияһының премьераһы (реж. Д.Нурғәлин); 21 сентябрь, 19.00 сәғ. – Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова менән Риф Сәйфуллиндарҙың Сибай драма театрында эшләүҙәренең 50 йыллыҡ юбилейҙары хөрмәтенә Флорид Бүләковтың […]

А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында йәйге ялдарҙан һуң эштәр гөрләп бара. Яңы 93-сө ижади миҙгелде асыуға премьераһы буласаҡ Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” комедияһын театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин әҙерләй. Яңы тамашаға рәхим итегеҙ!

92-се ижади миҙгел тамам. Бер уйлаһаң, ижад өсөн тамам һүҙе ят һымаҡ, сөнки ижад итеү туҡтауһыҙ процес. Илһам ғына, бәлки, ваҡыты-ваҡыты менән киләлер. Улай тиһәң, Чайковскийҙың, илһам ялҡауҙарға ғына килмәй, тигән һүҙҙәре менән дә һис килешмәй булмай. Тимәк, егәрлеләр өсөн миҙгел генә тамам – ижад мәңгелек! Король үлде, йәшәһен король, тигән һымағыраҡ килеп сыға түгелме? Аҙаҡҡы, […]