Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

Өфө тамашасылары 2024 йылдың 25 мартынан 31 мартына тиклем уҙған миҙгелдең сағыу спектаклдәрен һәм «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» федераль проектының «Бәләкәй ҡалалар театрҙары» һәм «Балаларға театрҙар»проекттары сиктәрендә ҡуйылған премьераларҙы ҡараясаҡ. Театр декадаһы сиктәрендә баш ҡала майҙансыҡтарында республиканың һигеҙ коллективының (Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, Арыҫлан Мөбәрәков исмендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры, […]

13 март көнө Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары – Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлфирә Ғәлләмова һәм йәш артисыбыҙ Юлиә Мөхәмәтйәнова Башҡортостан телевидениеһының “Бәхетнамә” тапшырыуында ҡунаҡта булып ҡайтты.

Кисә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында “Тапшырылмаған хаттар” спектакленең премьераһы булды. Туған театрында илленән ашыу спектакль сығарған билдәле режиссер Сәлихйән Ғиниәт улы Әфләтуновтың был сираттағы еңеүе, уңышы тип ҡабул ителде. Уның өсөн был тамаша икеләтә шатлыҡ килтергәндер, сөнки был премьера оҫтаның оло юбилейы менән ҡатар килде. Тәүге драма әҫәре сәхнәгә сыҡҡан Сулпан […]

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында сираттағы спектакль тулғаҡ тота, Сулпан Әбдрәхимованың “Тапшырылмаған хаттар” пьесаһы буйынса режиссер Сәлихйән Әфләтунов ҡуйған спектакль донъя күрәсәк. Сулпан Дәминдар ҡыҙын сибайҙар яҡшы иҫләйҙер: Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы ваҡытында ошо театрҙа эшләгән. Сәлихйән Ғиниәт улына килгәндә, уны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисын һәм сәнғәт эшмәкәрен, Сибай драма театры сәхнәһендә бихисап спектаклдәр […]

23 февраль — Ватанды һаҡлаусылар көнө. Ул тыуған илде дошмандарҙан һаҡлаған һәм әле лә һаҡлаусы кешеләргә, шулай уҡ бөтә ир-аттарға арнала. Хөрмәтле ир-егеттәребеҙ! Һеҙҙе матур байрам – Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Күк йөҙө һәр ваҡыт аяҙ торһон! Күңелдәрегеҙ тыныс, йөҙҙәрегеҙ яҡты, эштәрегеҙ уң булһын! Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, эшегеҙҙә ҙур уңыштар, ғаилә бәхете, ырыҫлы […]

Ерҙәге тере заттар араһында тик Әҙәм балаһы ғына ғүмеренең мәңге түгеллеген алдан белеп йәшәй. Фажиғәме был? Матди донъя артынан ҡыуып, эгоһын ауыҙлыҡлай алмағандарға ауырыраҡтыр, бәлки. Рухилыҡты беренсел һанап, әхирәткә әҙерләнеп йәшәгән диндарҙар еңелерәк кисерәлер. Бушҡамы ни, мәңге йәшәгәндәй булып, донъяңды теүәллә, иртән үлгәндәй булып, намаҙға баҫ, тимәйҙәр. Ике олатайымды ла иҫләмәйем. Дөрөҫөрәге, улар мин был […]

Хөрмәтле театр һөйөүселәр! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Туфан Миңнулиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” (12+) комедия -фантасмагорияһы менән сәфәргә сыға. 18 март – Иглин район мәҙәниәт йорто, 19 март – Ҡырмыҫҡалы район мәҙәниәт йорто, 20 март – Архангель район мәҙәниәт йорто, 21 март – Өфө ҡалаһы , Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә. […]

Татарстандың Быуа татар драма театры Башҡортостандың Сибай башҡорт драма театрында билдәле яҙыусы Зифа Ҡадырованың “Бәхеткә юл ҡайҙан?” әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән спектакль ҡуйҙы. Һыҙыҡ өҫтөнә алып әйтергә кәрәк, быуалар Сибайҙа тәүге тапҡыр сығыш яһай. Был иҫтәлекле осрашыуҙан ике яҡ та бик ҡәнәғәт ҡалды. Быуаларҙы сибайҙар шығырым тулы зал менән алҡыштарға күмеп ҡаршы алып оҙаттылар. Яҡташыбыҙ Зифа […]

Театр һөйөүсе, әҙәбиәткә ғашиҡ дуҫтарыбыҙ! 15 февраль көнө билдәле яҙыусы, яҡташыбыҙ Зифа Ҡадырова менән ике тапҡыр осрашыу мөмкинлеге бар. Тәүге осрашыу сәғәт 15:00 Чайковский урамы, 30 адресы буйынса Йәштәр китапханаһында (мәсеткә ҡаршы) булһа, икенсеһе Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында була. Был көндө яҙыусының “Бәхеткә юл ҡайҙан?” әҫәре буйынса Татарстандың Беүә драма театры ҡуйған […]

Хөрмәтле театр һөйөүселәр! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры «Әлдермештән Әлмәндәр» комедияһы (Т.Миңнуллин, реж.Д.Нурғәлин), 12+ менән Әбйәлил районына сәфәргә сыға. Татар классигы Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” әҫәре бихисап театр сәхнәләрендә ҡуйылған. Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры Денис Нурғәлиндың был пьесаға тотоноуы бушҡа түгелдер. Заманы шундай: йәшәү менән үлем тураһында бөгөнгө көндә […]

Белеүемсә, билдәле яҙыусы Зифа Ҡадырованың ҡатын-ҡыҙҙарҙың әсе яҙмыштарына бәйле китаптарын яратып уҡыйҙар. Һиҙеүемсә, шул уҡ ҡатын-ҡыҙҙар йығылып ятып уҡый. Күҙаллауымса, был бушҡа түгел – ваҡыты-ваҡыты менән балауыҙ һығып алыу ҡатын-ҡыҙға кәрәк, шундай ихтыяж бар уларҙа, сөнки әсәй булған, әсәй буласаҡ йән заттарында йәлләү тойғоһо ирҙәргә ҡарағанда күпкә көсләрәк. Яҡташыбыҙ, Учалы районы Ахун ауылында тыуып үҫкән […]

💥КЕСКӘЙ ТАМАШАСЫЛАРЫБЫҘҘЫ ӘКИӘТ ИЛЕНӘ САҠЫРАБЫҘ!💥 Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 10 февраль 12.00 сәғәттә Андрей Кружновтың “Его Величество Колобок Второй” исемле спектаклен ҡарарға саҡыра!. Әкиәт рус телендә. Яңы бешкән Йомро икмәк, ғали йәнәптәренә әйләнеп, ялҡауға әйләнгән Әбей менән Бабайҙы нисек эшкә егеүе тураһындағы шаян әкиәт балалар өсөн тәғәйенләнә. Премьераның ҡуйыусы – режиссеры […]

Хөрмәтле театр һөйөүселәр! А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ⚡9 февраль, 19:00 сәғәттә «Әлдермештән Әлмәндәр» комедияһын (Т.Миңнуллин, реж.Д.Нурғәлин), 12+ ҡарарға саҡыра. Татар классигы Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” әҫәре бихисап театр сәхнәләрендә ҡуйылған. Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры Денис Нурғәлиндың был пьесаға тотоноуо бушҡа түгелдер. Заманы шундай: йәшәү менән үлем тураһында бөгөнгө […]

Ҡәҙерле театр һөйөүсе дуҫтарыбыҙ! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры ⚡8 февраль, 19.00 сәғ. “Фронтовичка” драмаһын (Анна Батурина, реж. И. Ҡаҙаҡбаев), 12+ ҡарарға саҡыра. “Фронтовичка” пьесаһының төп геройы – Мария Небылица. 24 йәшлек ҡыҙ һуғыштан һуң хәрби госпиталдән тура Уралға юллана, сөнки бында уның һөйгәне Матвей Кравчуктың әсәһе йәшәй. Дөрөҫөн әйткәндә, башҡа уның […]

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Учалы районы буйлап гастролдәре дауам итә. ❄Һинән – фатир, минән – ир!” комедияһы (Н.Ғәйетбай, реж.Д.Нурғәлин), 16+ Һәр кем баш өҫтөндә ҡыйыҡ булып, үҙ өйөндә йәшәргә теләй һәм хыяллана, әммә теләктәр менән мөмкинлектәр гел генә тура килмәй шул. Берәүҙәрҙең фатиры бар, икенселәр кеше тупһаһында йәшәргә мәжбүр. Билдәле драматург […]

Бөгөн А.Мөбәрәков ис. Сибай дәүләт башҡорт драма театры Учалы ҡалаһына гастролгә юлланды. Хәйерле юл һәм уңышлы сығыштар теләп ҡалабыҙ! Беҙҙең спектаклдәргә рәхим итегеҙ, хөрмәтле учалылар! Билеттар Учалы филармонияһы кассаһында һәм театр сайтында һатыла: https://iframeab-pre5405.intickets.ru/events/