Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Андрей Кружновтың “Его Величество Колобок Второй” исемле пьесаһын сәхнәләштерә. Әкиәт рус телендә. Премьера 17-18 ғинуар көндәренә планлаштырылған. Яңы бешкән Йомро икмәк, ғали йәнәптәренә әйләнеп, ялҡауға әйләнгән Әбей менән Бабайҙы нисек эшкә егеүе тураһындағы шаян әкиәт балалар өсөн тәғәйенләнә. Премьераның ҡуйыусы – режиссеры – Залина Усманова Ҡуйыусы – […]
Яңылыҡтар
Ғинуар айының һуңғы ун көнөндә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры Учалы районы буйлап гастролдәрҙә була. Милләттәштәребеҙгә бер түгел, алты спектакль тәҡдим итә мөбәрәковсылар! Наил Ғәйетбаевтың пьесаһы буйынса театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин ҡуйған “Һинән – фатир, минән – ир” комедия-гротескы учалыларҙың күңеленә хуш килер тип ышанабыҙ. Ҡала кешеләре өсөн торлаҡ мәсьәләһе иң […]
Йыл аҙағы, йыл башы, тип йәшәйбеҙ – пландар ҡорабыҙ, йомғаҡтар яһайбыҙ – тормош шулай ҡоролған. Театрҙарҙың тормошонда ла шундай шартлы ваҡыт арауығы бар – ижади миҙгелдәр тип аталалар – көҙ башында асылып, йәй аҙағында тамамлана улар. Ошо юҫыҡтан сығып ҡарағанда, әле театрҙа ижади йыл уртаһы, йомғаҡтар яһарға иртә, эштәр үҙ яйы менән дауам итә. Ғинуарҙың […]
Төп геройҙы уйнаусы актерҙың ауырыуы сәбәпле, “Әлдермештән Әлмәндәр” спектакле урынына “Аҡ кистәр – аҡ хистәр” исемле театрлаштырылған концерт ҡуйыла. Башлана 18.00 сәғ. Билеттар ғәмәлдә ҡала. Билеттарҙы кире ҡайтарырға, сертификатҡа алмаштырырға йәки 2024 йыл эсендә икенсе тамашаға алмаштырырға мөмкин. “Аҡ кистәр – аҡ хистәр” театрлаштырылған концертының сценарий авторы Гөлсәсәк Саламатова, сәхнәгә ҡуйыусы режиссер Денис Нурғәлин. Тамашасы […]
Привести в порядок Театр кукол в Уфе Глава Башкортостана Радий Хабиров поручил в 2021 году. Два года шел ремонт. За это время само здание Театра кукол в Уфе увеличили почти в три раза – до 6,5 тысячи квадратных метров. Радий Хабиров приезжал сюда несколько раз, вникал в детали и придумал интерактивный шар наверху. В день […]
Ҡәҙерле дуҫтар! Һеҙҙең барығыҙҙы ла яҡынлашып килгән Яңы, 2024 йыл менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Был матур байрам беҙгә ҡабатланмаҫ мөғжизәләр, тылсымлы хистәр, илаһилыҡ бүләк итһен, яҡындар һәм туғандар менән ихлас аралашып, матур йәшәйек. Киләһе йылыбыҙ уңышлы булһын, ижади еңеүҙәр һәм изге эштәр менән хәтерҙә ҡалһын. Ныҡлы һаулыҡта, ғаилә именлегендә изге уй-хистәргә сорналып йәшәйек. Яңы йыл […]
Элек, совет осоронда, ауыл клубтарында көн һайын кинофильмдар ҡуя торғайнылар. Беҙ, балалар, “кина” килгән, тип, ҡыуанышып, афишаһын ҡарап, унда булған наҡыҫ ҡына мәғлүмәттәрҙе уҡый торғайныҡ. Ауылдың иң әүҙем тамашасылары шул беҙ булғанбыҙҙыр инде. Бер ағай һөйләгәне хәтерҙә. Клубтың свите һүнгәнен күргәс, был, ашығып, кино ҡарарға йүгергән. Киномеханиктан билет алып эскә үтһә, унда бер генә тамашасы […]
Яҙмышты һайлап, үҙгәртеп буламы икән? Кемдер берәү, уйлап та тормайынса, була, тиер. Кемдер өндәшмәҫ. Юҡ, булмай, тип, моңһоу ғына әйтеүселәр ҙә табылыр. Ә бит Әҙәм балалары күберәген, маңлайға яҙылғанды күрербеҙ, ти. Минеңсә, үҙгәртеп үк булмаһа ла, өлөшкә төшкәнде яҡтыртып, нурландырып, матур эшләп, йәшәп булалыр. Бына, мәҫәлән, һин һөнәрең буйынса театр актеры булып эшләйһең. Был яҙмышмы, […]
Извините, но эта статья доступна только на рус.) рус
Яңы, 2024 йылға күп ваҡыт ҡалманы. Балалар баҡсаларында һәм мәктәптәрҙә шыршы байрамдары башлана. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артистары бөгөн Әбйәлил районы Гусев ауылы балаларына “Карамбули – карамбаба” – так велит Ягуля – Баба!” әкиәтен күрһәтеп ҡыуандырҙылар. Әлбиттә, шыршы тирәләй йыр-бейеүҙәр менән тамамланды матур осрашыу. Тылсымлы байрамдар театрыбыҙҙа 30 декабргә тиклем дауам […]
Һәр һүҙҙең мәғәнәһе, һәр есемдең исеме бар. Был ғәҙәти хәл. Шулай булған, буласаҡ. Исем есемгә бәҫ өҫтәй, матурлай, йәшәйешенә мәғәнә бирә. Ә һеҙ иғтибар иткәнегеҙ бармы, ҡайһы бер театрҙар ҙа кемдеңдер исемен йөрөтә. Мәжит Ғафури исемен йөрөткән академия театрыбыҙ бар, Йәштәр театры Мостай Кәрим исемен йөрөтә. 2022 йылдың октябрендә, бер йыл элек кенә Стәрлетамаҡ драма […]
2019 йылдың 14 декабрендә Республика Башлығы Р.Ф. Хәбировтың указына ярашлы Башҡорт теле көнө исеме аҫтында тарихҡа ингән мәғәнәле ваҡиға йәшәүен дауам итә. Туған теленә тоғро башҡорт халҡы барҙа ул йәшәйәсәк. Ә беҙҙең, халыҡ шағиры Рәми Ғарипов әйтмешләй, эшләргә лә, йәшәргә лә хаҡыбыҙ бар, сөнки ерҙә һөйгән йәрҙәй халҡыбыҙ бар! Башҡорт теле көнө тәрән мәғәнәле Ҙур […]
Извините, но эта статья доступна только на рус.) рус
❄Ҡәҙерле балалар һәм уларҙың ата-әсәләре! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Яңы йыл байрамына әҙерлек күптән бара. Бәләкәй дуҫтарыбыҙ өсөн ✨тылсымлы әкиәт-спектакль әҙерләнә. Быйыл беҙ һеҙҙе 🎄“Карамбули – карамбаба” – так велит Ягуля – Баба!” исемле мауыҡтырғыс спектакль менән ҡыуандырасаҡбыҙ. Һеҙгә таныш әкиәт персонаждары 🎭театр сәхнәһенә сығасаҡ. Мәскәй әбей менән яуыз Кощей Ҡыш […]
📣ИҒТИБАР, СПЕКТАКЛЬ АЛМАШТЫРЫЛА📣 Төп геройҙы уйнаусы актерҙың ауырыуы сәбәпле, “Фронтовичка” спектакле урынына “Һинән – фатир, минән -ир” комедия-гротеск ҡуйыла. Башлана 19.00 сәғ. Саҡырыу ҡағыҙҙары һәм билеттар ғәмәлдә ҡала. Билеттарҙы кире ҡайтарырға, йәки икенсе тамашаға алмаштырырға мөмкин.
Хөрмәтле театр һөйөүселәр! А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры 5 декабрь, 19:00 сәғәттә «Әлдермештән Әлмәндәр» комедияһын (Т.Миңнуллин, реж.Д.Нурғәлин), 12+ ҡарарға саҡыра. Татар классигы Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” әҫәре бихисап театр сәхнәләрендә ҡуйылған. Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры Денис Нурғәлиндың был пьесаға тотоноуо бушҡа түгелдер. Заманы шундай: йәшәү менән үлем тураһында бөгөнгө […]
Театрҙарҙың эшмәкәрлеге премьераларҙан ғына тормай. Әлбиттә, һәр премьера ижади эш, ул күп кешеләрҙең хеҙмәтенән донъяға ярала, бик күп күңел көсөргәнеше талап итә. Яңы тыуған бала бишектә ятыр өсөн тыумағандай, спектаклдәр ҙә йәшәргә, үҙенең барлығын, көсөн иҫбат итергә, тамашасыһы менән күҙмә-күҙ осрашыр өсөн сәфәргә сығырға тейеш. Кем ярҙам итә, кем етәкләп алып йөрөй яңы тыуған бала-спектаклде? […]
Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Яңы йыл байрамына әҙерлек бик әүҙем бара. 22 декабрҙән 29 декабргә тиклем студенттарҙы һәм өлкән класс уҡыусыларын йәштәрсә уйын-дискотекаға саҡырабыҙ! Дәртле музыка, популяр хиттар, профессиональ артистар һәммәгеҙҙе лә байрамса кәйеф донъяһына солғар. Төрлө уйындар, ҡыҙыҡлы конкурстар, Ҡыш Бабай менән Ҡарһылыуҙың бүләктәре Һеҙҙе көтә! т. 89373504582