Хөрмәтле театр һөйөүселәр! Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры яңы, 93-сө ижад миҙгеленең сентябрҙәге тамашаларына саҡыра! 19, 20 сентябрь, 19.00 сәғ. – Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” комедияһының премьераһы (реж. Д.Нурғәлин); 21 сентябрь, 19.00 сәғ. – Башҡортостандың халыҡ артистары Зифа Баязитова менән Риф Сәйфуллиндарҙың Сибай драма театрында эшләүҙәренең 50 йыллыҡ юбилейҙары хөрмәтенә Флорид Бүләковтың […]
Яңылыҡтар
А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында йәйге ялдарҙан һуң эштәр гөрләп бара. Яңы 93-сө ижади миҙгелде асыуға премьераһы буласаҡ Туфан Миңнуллиндың “Әлдермештән Әлмәндәр” комедияһын театрҙың баш режиссеры Денис Нурғәлин әҙерләй. Яңы тамашаға рәхим итегеҙ!
Извините, но эта статья доступна только на рус.) рус
92-се ижади миҙгел тамам. Бер уйлаһаң, ижад өсөн тамам һүҙе ят һымаҡ, сөнки ижад итеү туҡтауһыҙ процес. Илһам ғына, бәлки, ваҡыты-ваҡыты менән киләлер. Улай тиһәң, Чайковскийҙың, илһам ялҡауҙарға ғына килмәй, тигән һүҙҙәре менән дә һис килешмәй булмай. Тимәк, егәрлеләр өсөн миҙгел генә тамам – ижад мәңгелек! Король үлде, йәшәһен король, тигән һымағыраҡ килеп сыға түгелме? Аҙаҡҡы, […]