Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

ЛЕОПОЛЬДТЫҢ ТЫУҒАН КӨНӨНДӘ…Сибай ҡалаһының “Әкиәт” балалар баҡсаһының “Ынйыҡай” төркөмөндә тәрбиәләнеүсе кескәйҙәр тәрбиәселәре Әлфиә Ғаяз ҡыҙы Вилданова етәкселегендә “Бесәй Леопольдтың тыуған көнө”ндә булып ҡайтты. –Яңы башланып торған 2020 йылдың тәүге премьераһы балаларға бик оҡшаны. Музыкаль тамашанан бәләкәстәр бик ҡәнәғәт ҡалды. Персонаждар менән тере аралашыуҙы ҡыҙҙар ҙа, малайҙар ҙа яратты. Үҙҙәрен спектакль геройҙары менән бер сәхнәлә йөрөгәндәй […]

05.01.2020 13:50:00 // РУБРИКАЛАР Альберт Салауатов ниндәй серен систе? Был хаҡта йырсы үҙе белдерҙе. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры артистары Яңы йыл каникулдарында ла халыҡҡа йыр-моң өҫтәп, спектаклдәр ҡуйыуын дауам итә. Кисә театр артистары тарафынан “Йырланмаған әле беҙҙең йыр” тип аталған бик матур театрлаштырылған тамаша булды. Концерттың күп өлөшөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, танылған […]

Өфөлә яңы театраль ун көнлөк башлана. Унда Башҡортостандың төрлө ҡалаларынан театрҙар ҡатнаша. Сибайҙан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге драма, “Сулпан” балалар, Стәрлетамаҡтан театр-концерт берләшмәһе, рус драма театры, Туймазы ҡалаһының татар, Салауаттан башҡорт драма театрҙарынан тыш, М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрҙары сәнғәт һөйөүселәрҙе спектаклдәр менән ҡыуандырасаҡ. 30 ғинуарҙа “Сулпан” балалар театры Милли йәштәр театрында […]

2020 йыл –Сысҡан (Ҡомаҡ) йылы. Ошо йондоҙнамә аҫтында тыуғандарға һүҙ биреүҙе дауам итәбеҙ. Айнур Юнысбаев, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш рәссамы: Мин Ҡомаҡ йылында тыуғанмын. Һәр нәмәгә тыныс ҡарайым, хатта фәлсәфәүи күҙлектән ҡабул итәм. Ҡомаҡ йылдары миңә һәр саҡ уңышлы булды. 2007 йылда мин сәнғәт академияһына уҡырға индем. Ижади йәһәттән уңыштарға өлгәштем. […]

Земфира Ғөзәйерова, А.Мөбәрәков исемендәге Сибайдәүләт башҡорт драма театрының труппа мөдире, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: Ергә үҙ йылым килде. Ҡомаҡ йылында тыуғандар эшсән, үҙ маҡсатына ынтылыусан. Шуға ла быйылғы йыл үҙе кеүек тырыштарҙы, егәрлеләрҙе өнәр, моғайын. Мин йондоҙнамәгә ышанам, уҡыйым, ҡылыҡһырлауҙар ҙа тап та килә буғай. Эшемде яратам, маҡсатыма ынтылам, әммә әрһеҙләшеп, кеше күҙенә салынып йөрөмәйем. […]

Ләйсән Ишмөхәмәтова, А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы: Йондоҙнамәгә әллә ни ышанып бармаһам да, күҙ һалып барам. Иҫләүемсә, Сысҡан йылы – уңдырышлы йыл. Алла бирһә, 2020 йыл да яуым-төшөм мул булһын, игендәр уңһын, уңышыбыҙ күп булһын! Ҡомаҡ йылында тыуғандарҙы хәйләкәр, һаҡсыл, интуицияһы үҫешкән, кешеләргә оҡшай белгән, аралашыусан, һөйкөмлө кешеләр, тиҙәр. Был сифаттар насар […]

Әлфирә Йосопова, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы: 2020 йыл үҙ йылым булһа ла, унан күпте көтмәйем. Сөнки бөтә нәмә лә Аллаһ ҡулында. Унан уҙып әллә ни атҡарып та булмайҙыр. Бер кем дә иртәгә ни булыр белмәй. Шулай ҙа оптимистик ҡараштамын. Яңы йыл да яңы пьесалар сәхнәгә сығарылыр, миңә лә роль бирелер тип ышанам. Проекттар уйланыла икән, ярҙам […]

2019 йыл Рәсәйҙә Театр йылы тип нарыҡланды. Ошо айҡанлы мәҙәниәт усаҡтарына ҙур иғтибар бүленде, төрлө-төрлө күркәм саралар үткәрелде. Бына был йылды тамамлап, өр-яңыһына аяҡ баҫырға торабыҙ. Тимәк, уҙған йылға һығымталар яһарға ваҡыт. 2019 йыл Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры өсөн дә сағыу-сағыу сараларға, тамашаларға һәм гастролдәргә бай булды. Ғинуарҙан алып ноябргә тиклем […]

“Тамаша” журналынан мәҡәлә Әллә күпме театрҙар булһа ла, йылына әллә күпме спектаклдәр ҡуйылып торһа ла, төп ролгә артистың уңышлы һайланыу осрағы һирәк була. Шундай һирәк осраҡтың береһе – Сибай драма театрында ҡуйылған “Әүлиә” спектаклендә Мөжәүир хәҙрәт ролен башҡарған Урал Зәйнуллин менән булғандыр, моғайын. “Әүлиә”не тәүге тапҡыр Асҡар сәхнәһендә ҡарағандан һуң ошо хаҡта яҙырға теләк тыуғайны, […]

КӨҘГӨЛӘ КҮҢЕЛ САҒЫЛМАЙ… Һәр кемдең үҙ донъяһы, үҙ ҡарашы, үҙ фекере…Һәр кем үҙенсә хаҡлы…Ана шул төрлөлөк йәшәйешебеҙҙе ҡыҙыҡлы һәм сағыу итә, бәхәстәр уята, фекерләргә өйрәтә. Сағыштырыуҙар аша ғына хәҡиҡәткә юлығабыҙ, булғандың ҡәҙерен аңлайбыҙ…Хисләнәбеҙ, көләбеҙ, илайбыҙ, үкенәбеҙ, ҡыуанабыҙ, үсләшәбеҙ, ҡул һелтәйбеҙ…Ә бына Марс Итбайҙың күңел донъяһы нисегерәк? Уның “планетаһында” нәмәләргә өҫтөнлөк бирелә, ә нәмәгә урын юҡ? […]

5 декабрь Сибай ҡалаһының “Тейенкәй” балалар баҡсаһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Күкрәгемдән ҡоштар осорам” исемле сара үтте. Баҡсаның йәмле музыкаль залында, йылы атмосферала бөйөк остазыбыҙҙың “Ҡоштар осорам”, “Теге яҡҡамы, был яҡҡамы?”, “Кил инде”, “Кайын япрағы тураһында”, “Йылғалар төнөн һөйләшә”, һ.б. исемле шиғырҙары, […]

Башҡортостан гәзите 09.10.2019 14:51:35 // РУБРИКАЛАР Камиллыҡҡа ынтылған шәхестәр бар. Үткән быуаттың етмешенсе йылдары аҙағында Сибайҙа йәшәй инем, шуға ла ҡала театры спектаклдәренең бөтәһен дә ҡарап барырға тырыша торғайным. Сибай тамашасыларының һәр береһе кеүек мин дә театр артистарына, уларҙың талантлы уйнауҙарына ғашиҡ булдым. Шуныһы ғәжәп: ҡатын-ҡыҙҙарына ҡарағанда, йәш ир-егет артис­тар нығыраҡ оҡшай ине. Был юҡҡа […]

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәше Сибай дәүләт башҡорт драма театрында ҡыҙыу мәл башланды. “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Кесе тыуған ил мәҙәниәте” проекты буйынса эшкә старт бирелде. Ошо проект сиктәрендә яңы спектакль – «Башмағым» музыкаль комедияһы ҡуйыласаҡ. Ул инде 70 йылдан ашыу театр сәхнәләрендә! Әҫәрҙең тарихы 1940 йылда уҡ башлана – билдәле драматург Тәжи Ғиззәт менән композитор Джәүҙәт Фәйзи […]

Үткән йылдың көҙө театр яратыусыларҙың күңелендә «Әүлиә» спектакленең премьераһы менән уйылып ҡалды. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрының Лира Яҡшыбаеваның «Мөжәүир хәҙрәт» повесын сәхнәләштереүе бик отошло аҙым булды. Тамашасы был спектакелде бик яратып ҡабул итте, залдарҙы тултырып ҡат-ҡат ҡараны. Сөнки Мөжәүир хәҙрәт күптән инде һәр кемдең күңеленә яҡты нур булып инеп урынлашҡан. Уның иң […]

Аҡ өҫтөнә төшкән ҡара тапты бөтөрөп буламы? Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың “Китмәгеҙ, торналар!” драмаһы буйынса ҡуйылған спектаклдең премьераһы ҙур аншлаг менән үтте. Тамашаның ҡуйыусы-режиссеры – Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Дамир Ғәлимов, композиторы – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Юлай Үҙәнбаев, рәссамы […]

—Оҡшанымы? —«Китмәгеҙ, торналар» булһын да, оҡшамаһын, имеш…Әлбиттә, оҡшаны. Бына инде өсөнсөгә ҡарайым… Бына ошондайыраҡ һөйләшеү менән таралышты А.Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры премьераһынан тамашасылар. Ни өсөн быға тиклем сәхнәгә ҡуйылған спектакль премьера булһын, тигән һорау тыуыр. Эйе, һеҙ хаҡлы, әммә уны заманлаштырып сығарған коллектив та хаҡлы. Спекталгә замана һулышы индерелгән, актерҙар ҙа инде […]

🔥🔥🔥 …Ҡырҡ беренсе йылдың июнь айы Уйылып ҡалды мәңге хәтерҙә. һуғыш ҡыйған ғүмерҙәрҙе уйлап, Сикһеҙ әсенәбеҙ хәҙерҙә… Бөйөк Ватан һуғышының шанлы шауҡымы театр коллективын да ситләп уҙмай, һуғыштың тәүге көндәренән үк коллективтың ир-егеттәре фронтҡа китә. Театрҙың ижади усағын һүндермәү бурысы ҡатын – ҡыҙ артисткаларҙың – Ғәшиә Абыҙгилдина, Биби Мәһәҙиева, Йәмилә Абитаева, Камал Ихсанова, Мәнфүсә Азаматова, […]

«Башмағым»да—Хөсни, «Ҡатын түгел, аждаһа»ла—Юлбикә, «Тылсымлы ҡурай»ҙа— Алтынбикә, «Үҙ ҡатыныма өйләнәм»дә—Айһылыу, «Китмәгеҙ, торналар»ҙа—Ямал, «Тәңбикә»лә—Нәсихә, «Санаторий»ҙа—Таһира, «Ҡайырылмаһын ҡанаттар!»ҙа— Хөмәйрә, «Өҙөлгән өмөт»тә—Fәтифә, «Йәнкиҫәк»тә—Сәриә, «Эт саба тип…» комедияһында—Фаина, «Ҡар аҫтында ҡайнар шишмә»лә—әсә, «Әүлиә»лә—ҡатын, «Хазина»ла Сәғирә ролен башҡарған Резеда Сафиуллина-Абдуллина тамашасыһын үҙенсәлекле таланты менән арбай. Һәр геройына, тормошон күңеле аша үткәреп, яңы һулыш өрә ул. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт […]

Үҙ эшенең оҫтаһы, иҫ китмәле талант, тиһәләр, нисектер һағайып ҡарап ҡуяһың ҡайһы саҡта. Улар ҙа хеҙмәттәштәре менән шул уҡ һауаны һулай, бер ерҙән йөрөй, бер үк урында эшләй, ә бүтәндәрҙән өҫтөнлөгө нимәлә һуң? Нисек кенә булмаһын талант эйәләре бар арабыҙҙа. Ижад емештәре менән барыбыҙҙы “аһ” иттергән, ваҡыт төшөнсәләре менән иҫәпләшмәй, көнө-төнө кешеләргә матурлыҡ өләшкән, йоҡоһоҙ […]