
Бөгөн, 1 октябрҙә, Халыҡ-ара ололар көнөндә, театрыбыҙ айырата үҙенсәлекле йылылыҡ хистәре менән тулы.
Бар күңелебеҙҙән ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙы — театрыбыҙҙың нигеҙен һалған һәм бөгөн дә көсөн йәлләмәй сәхнәгә хеҙмәт иткән кешеләрҙе ихлас ҡотлайбыҙ. Өлкән быуын – хеҙмәткә бар ғүмерен һалған кешеләр. Һеҙ — беҙҙең тере тарихыбыҙ, терәгебеҙ һәм илһам сығанағыбыҙ; һәр спектаклдә һеҙҙең баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтегеҙҙең һәм күңелегеҙҙең бер өлөшө сағыла.
Оло йәштәге барлыҡ кешеләргә айырым рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙҙең йылы мөнәсәбәтегеҙ һәм тормош тәжрибәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, рух күтәренкелеге, йортоғоҙға именлек, шатлыҡлы, яҡты көндәр теләйбеҙ.
Һәр яңы көн шатлыҡ алып килһен, сәнғәт йөрәктәрегеҙҙе йылытһын.


