Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры “Тапшырылмаған хаттар” спектакле менән кисә Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында булып ҡайтты.
Тамашаны ҡарарға күрше ауылдарҙан да килеүселәр бар ине.
Сыңғыҙ халҡы тамашанан һуң рәхмәт әйтеп, яңынан – яңы уңыштар теләп, тағы ла яңы спектаклдәр менән килергә саҡырып ҡалдылар.
Бөгөн был спектакль Кәрешкә ауылында буласаҡ. Рәхим итегеҙ!
Поделиться: