Кисә Өфөлә «Туғанлыҡ» халыҡ-ара милли театрҙар фестивален асыу тантанаһы үтте.
Алдағы һигеҙ көндә тамашасылар Рәсәйҙең 8 төбәгенән һәм 3 сит илдән 15 театр коллективының спектаклдәрен ҡараясаҡ.
Спектаклдәрҙән тыш, фестиваль сиктәрендә милли йырҙар һәм бейеүҙәргә бай күргәҙмәләр, осрашыуҙар үтәсәк. Шулай уҡ 20-22 майҙа Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының бәләкәй залында актерҙар өсөн семинарҙар була.
Поделиться: