[:ru]В Сибайском государственном башкирском театре драмы имени Арслана Мубарякова состоялся вечер, посвященный 80-летнему юбилею заслуженного работника культуры РФ и БАССР, заслуженного работника культуры РБ, заслуженного деятеля искусств РБ, почетного гражданина города Сибая Дамира Мазитовича Галимова. Деятеля искусства, посвятившего этому театру 36 лет своей жизни, поздравили друзья, родственники, коллеги и, конечно, благодарные зрители. В честь праздника состоится спектакль по пьесе Баныу Кагармановой в постановке Дамира Мазитовича «Эх, хорошо!» была показана комедия. Во время поздравлений прозвучала интересная мысль: «город Сибай знают прежде всего по карьере и театру». — Да, Дамира Мазитовича, который долгие годы возглавлял Сибайский театр, тоже, конечно, хорошо знают. Подтверждением этому послужили теплые слова поздравивших юбиляра, а высокой оценкой деятельности прославленного режиссера стала медаль Станиславского, врученная Союзом театральных деятелей.

[:ba]Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында РФ-тың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Сибай ҡалаһының Почетлы гражданины Дамир Мәзит улы Ғәлимовтың 80 йәшлек юбилейына арналған кисә булып уҙҙы. Ғүмеренең 36 йылын ошо театрға бағышлаған сәнғәт эшмәкәрен дуҫтары, туғандары, коллегалары һәм, әлбиттә, рәхмәтле тамашасылары ҡотланы. Байрам хөрмәтенә Баныу Ҡаһарманова пьесаһы буйынса Дамир Мәзит улы ҡуйған “Их, рәхәт йәшәүҙәре, йәки Айғырыңдың ҡабырғаһы!..” комедияһы күрһәтелде. Ҡотлауҙар ваҡытында, “Сибай ҡалаһын иң тәүҙә карьеры һәм театры буйынса беләләр”, тигән ҡыҙыҡлы фекер яңғыраны. Бәс, шулай булғас, оҙаҡ йылдар буйы Сибай театрын етәкләгән Дамир Мәзит улын да, әлбиттә, бик яҡшы беләләр. Юбилярҙы ҡотлаусыларҙың йылы һүҙҙәре быға асыҡ дәлил булып яңғыраны, ә театр эшмәкәрҙәре Союзы тарафынан тапшырылған Станиславский миҙалы билдәле режиссерҙың эшмәкәрлегенә ҙур баһа булды.
[:]