Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

“Фронтовичка” белгестәр тарафынан юғары баһаланды

YFXKAuBtVmU

Кисә Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт драма театры коллективы баш ҡала тамашасыһы иғтибарына йәш драматург Анна Батурина әҫәре буйынса ҡуйылған «Фронтовичка» драмаһын тәҡдим итте.
Спектакль ваҡиғалары Бөйөк Ватан һуғышынан һуң тәүге йылдарҙа бара. Тарих үҙәгендә совет халҡы менән бер рәттән еңеүсе булып ҡайтҡан 24 йәшлек фронтовик ҡатын яҙмышы ята. Әммә һуғыш мисәте, хыянат, ҡурҡыу, яңғыҙлыҡ менән шәхси алыш алда әле.

Тамаша “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Бәләкәй тыуған ил мәҙәниәте” проекты сиктәрендә ҡуйылды. Спектаклде Ш.Бабич ис.дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты – Илсур Ҡаҙаҡбаев сәхнәләштерҙе.Шулай уҡ, ҡуйыусы төркөмдә: рәссам — Сулпан Азаматова, хореограф – Дамир Ибраһимов, композитор – Магуля Мезинова.
Тамашаны биҙәүҙә төп акцент — яҡтылыҡ. Һәм режиссерҙың төп табышы — артҡы фондағы экран, унда һәр ваҡыт тиерлек Янина Жеймо менән «Золушка» фильмынан кадрҙар күрһәтелеп, теге йәки был эпизодҡа иғтибарҙы йүнәлтеп, уға метафоризм бирә.
Спектаклдә һоро-ҡара төҫтәр гаммаһы хөкөм итә, аҡ төҫ – төп героиняның күлдәге- тик финалда ғына әкиәт символы булараҡ барлыҡҡа килә, киләсәккә ышаныс, бәхеткә өмөт уята.
Спектакль тамашасылар һәм профессиональ тәнҡитселәр тарафынан йылы ҡабул ителде.
Тамаша аҙағындағы фекер алышыуҙа театр белгестәре һәм театр тәнҡитселәре: философия фәндәре докторы, профессор, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Галина Вербицкая, Ирина Шәмсетдинова һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы Динә Дәүләтшиналар тарафынан тамашала ҡулланылған алымдар, режиссура һәм актер оҫталығы ынғай баһаланды.
Тәнҡитселәр билдәләүенсә, “Фронтовичка” – театр декадаһы сиктәрендә Илсур Ҡаҙаҡбаев ҡуйған иң яҡшы спектаклдәрҙең береһе.

Поделиться: