Министерство культуры Республики Башкортостан
x

ГБУКиИ РБ Сибайский госбашдрамтеатр им.А.Мубарякова

Онлайн-трансляции наших спектаклей на канале YouTube

ЮБИЛЕЙ ҺӘМ ПРЕМЬЕРА

4-Mk48c2K2Q

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында сираттағы спектакль тулғаҡ тота, Сулпан Әбдрәхимованың “Тапшырылмаған хаттар” пьесаһы буйынса режиссер Сәлихйән Әфләтунов ҡуйған спектакль донъя күрәсәк. Сулпан Дәминдар ҡыҙын сибайҙар яҡшы иҫләйҙер: Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы ваҡытында ошо театрҙа эшләгән. Сәлихйән Ғиниәт улына килгәндә, уны, Башҡортостандың атҡаҙанған артисын һәм сәнғәт эшмәкәрен, Сибай драма театры сәхнәһендә бихисап спектаклдәр ҡуйыусы билдәле режиссер булараҡ, бик яҡшы беләләр. Алдан иҫкәртәйек: был премьера режиссерҙың 75 йәшлек юбилейына бағышлап әҙерләнә, бәхетленеке бер көр көндә, тигәндәй, ике ваҡиға бер көндә буласаҡ. Пьесаның мөхәббәт өсмөйөшөнә ҡоролған сюжеты бик бормалы-бормалы, ул шундай итеп ҡоролған, ҡай саҡ ваҡиғалар, йәшәйеш ҡағиҙәләренә буйһонмайса, дүртмөйөшкә лә оҡшап китә. Был әҫәр Сулпан Әбдрәхимованың тәүге сәхнә әҫәре. Оҫта режиссерҙың күҙаллауы буйынса пьесалағы әҙәм ышанмаҫлыҡ хәлдәр (автор пьеса жанрын шулай билдәләгән) оҙон ғүмерле спектаклгә әйләнеп, театр репертуарын байытһын, тип теләйек. Премьера 5 март көнө сәғәт киске етелә буласаҡ! 6 март көнө ул ҡабатлап күрһәтеләсәк. Рәхим итегеҙ, хөрмәтле тамашасылар!

Радик ӨМӨТҠУЖИН – театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе.

Билеттар һылтанма буйынса: https://sibaidramteatr.ru/до-востребования/

Поделиться: